Хеҙмәте менән абруй ҡаҙана

Игенселәр оло хөрмәткә лайыҡ. Улар йыл әйләнәһенә тоғро хеҙмәт итә. Ҡыштарын техниканы төҙөкләндерһә, сәсеү осоронда һәм уңыш йыйғанда таң һарыһынан тороп, эңер төшкәнсе баҫыуҙарҙы иңләй. Ана шундай ер кешеләренең береһе – Бишауыл-Уңғарҙа йәшәүсе Зәбир Абдрафиҡов.

Зәбир Кәбир улы мәктәптә уҡығанда уҡ ер эшенә тартыла, игенсе булам тип хыяллана. Шуға ла мәктәпте тамамлау менән водитель һөнәрен алып, тыуған Фрунзе исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлап ебә­рә. Армия сафында ла ике йыл үҙ бурысын үтәп ҡайтҡас, бын­да оҙаҡ йылдар хеҙмәт һала. Ба­ҫыу­ҙарға орлоҡ килтерә, иген та­шый, шулай уҡ мал аҙығы әҙер­ләүҙә әүҙем ҡатнаша. Күп­ме көс һәм тир түгә ул. Эшләү дәүерендә тырышлығы арҡа­һында үҙен алмаштыр­ғыһыҙ водитель итеп таныта. Фрунзе исемендәге колхоздың алдын­ғы­лар сафында булыуында, юғары уңыш алыуында уның да өлөшө ҙур. Артабан үҙгәреш елдәре менән колхоз тарҡалғас, 24 йыл стажлы тәжрибәле водитель МТС-ҡа ошо һөнәре буйынса урынлаша. Бында ул үҙебеҙҙең район­да ғына түгел, рес­­пуб­ли­каның төрлө райондарында иген йыйыуҙа ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, икмәк ҡәҙерен яҡшы белгән ир ауыл хужалығы эшенән айырылмай. Бында барлығы 10 йылдан артыҡ эшләһә, хәҙер ике йыл инде ошо уҡ хужалыҡта машина-тракторҙарҙың аккуму­ля­­тор­­ҙарын зарядкалаусы хеҙ­мә­тен башҡара. Эйе, алдына алған бурыстарына яуап­лы мөнәсәбәт­ле хеҙ­мәткәргә бөтә төр эш­тәрҙе лә ышанып тапшырып була. Бөтә ғүмерен ауыл хужа­лығына бағышлаған Зәбир Абдрафиҡов ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, һәр ҡушылған эште ере­нә еткереп, сифатлы итеп, на­мыҫ менән башҡара. Ғөмү­мән, сәсеү һәм уңыш йыйыу ғүмер буйы уның ҡатнаш­лығынан башҡа уҙмай. Ауыл хеҙмәтсәне яуаплы ла, көсөр­гә­неш­ле лә хеҙмәте менән эшлә­гән коллективтарында абруй ҡаҙана.
Ауыл хужалығы тармағында фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө йыл­дар­ҙа етәкселек тарафынан юға­ры баһалана: иҫтәлеккә би­релгән бүләктәрҙән тыш, Маҡтау ҡа­ғыҙ­ҙары, Дипломдар, Рәхмәт хат­тары бихисап. Ә 2020 йылда БР Ауыл хужалығы министр­лығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Зәбир Кәбир улының ты­рыш­лығы, уңғанлығы, әлбиттә, тәрбиәнән килә. Ул күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Дүрт бала араһында баш бала була, сөнки уға тиклем бер-бер артлы өс сабый донъяға килеп, оҙаҡ та йәшәмәйенсә ҡыҙылса ауырыуынан вафат булалар. Ҡыҙға­нысҡа, ул ваҡыттарҙа йәш балаларҙың үлеме күп була. Әсә­һе ул тыуғас, бик ныҡ Хо­ҙай­ҙан һорай. “Был баламды ал­­ма инде. Холҡо насар булһа ла, ризамын, тик иҫән генә бул­һын, йәшәһен”, - тип теләй. Са­бый сағында ул да ошо сир ме­нән ауырый. Шулай ҙа әсә­нең изге теләге ҡабул була – ма­лай йәшәп китә. Ә холҡо иһә бик ыңғай, әсәһенә, атаһына һәм өләсәһенә иғтибарлығы, улар­ҙы ысын күңеленән һөйөүе менән айырылып тора. Баш бала булараҡ ата-әсәһенең уң ҡулы, оло ярҙамсыһы ла була.
Зәбир Кәбир улы һәр саҡ ғаиләлә ышаныслы дуҫы, те­рәк-таянысы, бар эштә­рен, баш­­лан­ғыстарын яҡлап торған ҡатыны, тоғро тормош юлдашы Фәһимә Ғаяз ҡыҙына таяна ала. Татыу, берҙәм ғаиләлә балалар ҙа тәрбиәле, тәүфиҡлы, эш­һө­йәр булып үҫә. Әлеге көндә һәр береһе үҙ урындарын тап­ҡан, үҙ донъяларын булдырған. Улдары Азамат Өфөлә йәшәп, “Ҡызыл таң” республика гәзитендә компьютер бүлегендә мөдир, тыуған ауылдарында төпләнгән ҡыҙ­ҙары Әлфиә - “Россельхознадзор”ҙа кадрҙар бүлеге мөдире һәм Ләйсән Сорғотта ВТБ банкта эшләй. Балалары үҙҙәре лә матур тормош ҡорған, барыһы ла юғары белемлеләр. Улар ата-әсәне алты ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрә.
Ауыл хужалығы продукция­һын етеш­тереүҙә, илебеҙҙе иген менән тәьмин итеүҙә, ергә һөйөү менән һуғарылған хеҙмәтендә Зәбир Абдрафи­ҡовтың да өлөшө бар. Тыуған ерҙә йәшәп, ауыл хужалығы тар­мағында эшләү – уның һайлап алған яҙмышы.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей