“һаумыһыгыз ауылдаштар!”
Йәйзең аяз, матур көндәренең береһе. Көн ко яшлы, ел-дауылһыз. Әйтерһең, тәбигәт тә кешеләрзе осраштырыр, дурлаштырыр өсөн әзерлек эштәрен алып бара. Тирмән ауылының иң матур акландарының береһендә “һаумыһыгыз ауылдаштар!” байрамы үтте.
Йыр, бейеү, уйын, көлкө ялан сәхнәһендә көнө буйы яңгырап торзо. Урмансы егете, композитор, йырсы Сәйет Сәйетгәлин музыкаль яктан бизәне. Үзе, атаһы Сафуан, әсәһе Лидиә байрам менән котлап, матур, шәп йырзар бүләк иттеләр. Ауылдашыбыз, Мейәс калаһынан килгән Радик Хәсәнов өззөрөп баянда уйнаны, тормош иптәше Люцирә менән йырлап, тамашасылар һөйөүен яуланылар.
Агинәйзәр “'Кузгалак'’ байрамы йолаһын күрһәтһә, “Оло ер” ансамбле йырланы, тирмә корзо, аш менән һыйлап, сәй эсерзе, халык араһында уйындар ойошторзо.
Волейбол, мини-футбол уйнаусылар күп булды. Ойоштороусылары Ринат Байгилдин һәм Илгиз Солтанов уйынды гәзел һәм матур алып барзы.
Бейеү буйынса Сабина Хажиморатовага тиңдәр булманы. Афарин! Гүзәл Исламетдинова, Миләүшә Фәткуллина, Сейәгөл Зарипова, Сәриә Хажиморатова, Мәүлизә Мөхәмәтова, Рәйсә Усманова, Гөлфиә Исламетдинова кеүек йырсылар йырлап, байрамга дәрт һәм йәм өртәне.
Зур түңәрәк майзан уртаһында батырзар милли көрәш буйынса көс һынашты. Өлкәндәр араһында беренсе урынга ике тапкыр Рәсәй чемпионы Вилдан Хажиморатов сыкты. Икенсе урынга милли көрәш буйынса Башкортостан чемпионы Радмир Ахунов сыкһа, өсөнсө урынды, уның энекәше Айнур Ахунов яуланы.
70 кг ауырлыкта милли көрәш буйынса Башкортостан чемпионы Линар Әйүпов ал бирмәне. Башкортостан чемпиондары Азамат Зариповменән Илсур Бикамов икенсе һәм өсөнсө урынды бүлештеләр.
60 кг ауырлыкта көрәшеүселәр агайзарынан калышманы. Беренсе урынды Ранис Хажиморатов, икенсе урынды Адик Солтанов алып, кунактарзы таң калдырызы.
Өс ауырлыкта көрәшкән һәм беренсе урынды алган керәшселәргә тәкә бүләк иттеләр. Ъалгандары аксалата бүләк алып шатланды. Милли көрәшкә багыусылар Зөфәр Зарипов, Йомазил һәм Радие Хажиморатовтар булды. Шахмат, шашка буйынса уйындарзы Салауат Шакиров ойошторзо. Салауат Шакиров һәм Илгиз Солтанов беренсе һәм икенсе урындарзы яуланы. Эльвира Нуриева, Златоуст калаһынан Сафия (7 йәш), Гөлназ Фәхретдинова, Алина "Кызылбаева кеүек кыззарга етеүселәр булманы.
Килендәр араһында эстафетаны Алһыу Төлкөбаева менән Сейәгөл Зарипова кызыклы итеп үткәрзе. Килендәр Айгөл Нуриева, Рәфидә Бүләкова, Эльвира Нуриева, Рәсимә Сәхәүетдинова әүзем катнашып, бүләктәр алды.
Байрам тәмамланды. Ауыл халкы хакимиәт башлыгы Альфред Зариповка, байрам багыусыһы "Боксит" йәмгиәте коллективына, ауыл халкына, байрамды ойоштороусыларга рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Фәризә ЙОМА$ИЛОВА. Тирмән ауылы