Хаҡтарға мониторинг

Тауарҙарҙың айырым категорияларына хаҡтар ар- тыуға бәйле хәлдәр халыҡты борсоуға һалды. Халыҡ магазинда тауарҙарҙың етмәүенә һәм уларҙың хаҡының ҡырҡа артыуына зарлана.

Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәт министрлығында элегерәк бер төркөм сауҙа селтәрендәге көсөргәнешле хәл сәбәптәре тураһында әйткәйнеләр инде. Ведомство фекеренсә, уның нигеҙендә логистика, шулай уҡ халыҡтың һорауы күп тапҡырға артыу менән бәйле проблема ята.
Мәсетле районында көн һайын аҙыҡ-түлек тауарҙарының 26 позицияһы буйынса тауар запастарына бәйле һәм аҙнаһына ике тапҡыр һәр дүшәмбе һәм кесаҙна яҡында урынлашҡан магазиндарҙа аҙыҡ-түлек булмаған 10 тауар позицияһы буйынса күҙәтеү алып барыла.
Шулай уҡ 52 позиция буйынса айырым социаль әһәмиәтле тауарҙарҙы ваҡлап һатыу хаҡтарына көн һайын мониторинг яһала.
21 мартҡа ҡарата тауар запастары етерлек күләмдә. Ваҡлап һатыуҙа шәкәр ҡомо менән тәьмин итеү буйынса ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, сөнки хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың уның өсөн 100 процентын алдан түләүгә һәм дефицитҡа бәйле һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Көнбағыш майы, тоҙ һәм ҡарабойҙай ярмаһы менән тәьмин итеү йәһәтенән дә ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.
Ағымдағы йылдың 25 февраленән район биләмәһендә шәкәр ҡомона хаҡ 62,8 процентҡа артҡан (килограмы 59,70 һумдан алып 95 һумға тиклем), аҡ майға – 3,52 процентҡа, бойҙай онона – 22,7 процентҡа, икмәк һәм икмәк-булка изделиеларына – 16,13 процентҡа, ярмаға – 20 процентҡа, кәбеҫтәгә – 209 процентҡа (килограмы 43 һум ине), картуфҡа – 22 процентҡа.
Магазин хаҡты билдәләнгәндән юғарыраҡ ҡуя алмаһын өсөн республика власы шәкәр ҡомона билдәле хаҡ индерергә ҡарар итте. Башҡортостанда шәкәр етерлек, уның менән проблемалар юҡ. “Үҙ ваҡытында ҡарабойҙай, тоҙ менән булған кеүек, был яһалма рәүештә эшләнгән ажиотаж”, – ти улар.
“Пятерочка” һәм “Перекресток” сауҙа селтәрҙәре ингән X5 Group ретейлерының бер нисә тәьмин итеүсе партнеры Рәсәй магазиндары өсөн ташлама һәм промоакциялар-ҙан баш тартты. Күп кенә тәьмин итеүселәр, ташламаларҙан бөтөнләй баш тартмай, сауҙа селтәрҙәренә ваҡытлыса тәнәфес тураһында хәбәр итә. Промоакциялар буйынса хаҡтарҙы тәьмин итеүсе менән килешкәндә генә кәметергә мөмкин.
Лариса РИЗВАНОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей