Һаҡмарҙа – ит эшкәртеү цехы

Һаҡмар ауылынан Илфат Сәфәрғәлиндың ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район кимәлендә иң уңышлы эшләүсе фермерҙар рәтенә баҫыуы ныҡышмалы хеҙмәткә бәйле. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, ҡанат нығытҡан егет бөгөн тыуған ауылының ысын мәғәнәһендә ҡото һәм терәге булып тора. Бәләкәй генә хужалыҡтан Илфат Шәфҡәт улы ярайһы эре фермер хужалығы туплауға иреште, уны йылдан-йыл тотороҡло үҫтереүгә өлгәште. Әле был предприятиела 250 баш һыйыр малы аҫрала, улар һаны арта бара.

Ысынлап та, “И.Сәфәрғәлин” КФХ-һы Темәс ауыл биләмәһендә генә түгел, ә районда ла иң перспектив үҫешкә өлгәшкән фермер хужалыҡтарының береһе. Предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереүҙә йылдың-йылы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Быйыл 500 гектарҙағы иген һәм мал аҙығы культураларынан ярайһы уңыш үҫтереп алынды, етерлек орлоҡ һәм фураж һалынды. Малсылыҡ тармағы ла ҡышҡа тейешенсә әҙерләнде, 1000 тонна сенаж, 250 тонна бесән һәм 100 тонна һалам тупланды. Урып-йыйыу эштәрендә комбайнсы Зәбир Баймөхәмәтов, ашлыҡ ташыуҙа Ирек Баймөхәмәтов һәм Хәкимйән Мәһәҙиев һынатманы.

Шуныһы һөйөнөслө, Илфат Шәфҡәт улы етәкләгән фермер хужалығы үҙенең ҡеүәттәрен арттыра бара, производствоһын киңәйтә. Былтыр уның тырышлығы менән “Дуҫлыҡ” кооперативы барлыҡҡа килде. “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы буйынса ойошторолған конкурста И.Сәфәрғәлиндың проекты еңеп сыҡты һәм бөгөн цехты файҙаланыуға тапшырыу буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша. Бында яңы производство өсөн бина ремонтланды, иҙәнгә плитәләр түшәлде, һыу үткәрелде, йылытыу системаһы эшләнде. Бер үк ваҡытта яңы ҡоролмаларҙы урынлаштырыу һәм уларҙы монтажлау, яңы ҡойма эшләү эштәре тамамлана. Әйткәндәй, цех ит эшкәртеү һәм ярымфабрикаттар сығарыу менән шөғөлләнәсәк. Тиҙҙән Һаҡмарҙа етештерелгән билмән, манты һәм башҡаһы табындарыбыҙҙың күркенә әүерелер, тип ышанабыҙ. Шулай булыр ҙа!

Һүрәттә: Нургиз Иҫәнбаев һәм Алмас Сәғитов яңы ҡойма эшләй

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей