Ғəзиз, изге кешебеҙ

Илкəнəй ауылында йəшəүсе əсəйебеҙ Рамаҙанова Зəкиə Нурғəли ҡыҙы тураһында яҙып үтмəксебеҙ. Ул «Герой-əсə» исеменə лайыҡ. Элекке «Таймаҫ» совхозы “Үрнəк” бүлексəһендə эшлəп алдынғы һауынсы була. Тырыш хеҙмəте өсөн уны «Ҡыҙыл Байраҡ» ордены, «Хеҙмəт батырлығы өсөн» һəм башҡа күп төрлө миҙалдар менəн дə бүлəклəйҙəр. Атайыбыҙ Марат Ғөбəйҙулла улы менəн 7 ҡыҙ һəм 3 малай тəрбиəлəп үҫтерҙелəр, балаларына белем бирергə лə тырыша улар. Ҡəҙерлелəребеҙ ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергə татыу ғүмер кисерҙелəр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылда атайыбыҙ мəрхүм булып ҡалды. Əсəйебеҙ күптəн инде хаҡлы ялда, ул балаларының бəхетенə шатланып, һөйөнөп йəшəй. Балалары ла күптəн инде үҙ аллы тормош көтəлəр. Оло улдары Ринат менəн ҡыҙҙары Фəүзиə – Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында эшлəп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Ҡыҙғанысҡа күрə, икенсе улдары Венер мəрхүм булды. Венерыбыҙҙың улы Илнур төбəк-ара, халыҡ-ара йыр бəйгелəрендə ҡатнашып, еңеүсе данын алды, йəштəр араһында танылған йырсы ул. Икенсе улы Илшат та ағаһынан ҡалышмай, йыр-моң конкурстарында ҡатнаша. Күп балалы ғаилəлə тыуған игеҙəк ҡыҙҙарының береһе – Зөлəйха, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, Күмертау дауаханаһындағы неврология бүлегендə шəфҡəт туташы булып хеҙмəт итə. Игеҙəктəрҙең икенсеһе Рəмзиə, ул да хаҡлы ялға сығып, Балаҡатай районында тормош көтə. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса эше менəн шөғөллəнə, ейəн-ейəнсəрҙəренə лə ярҙам итə. Ҡасим Дəүлəткилдеев исемендəге Республика һынлы сəнғəт гимназия-интернатында эшлəгəн ҡыҙҙары Нурия, тормош иптəше Рөстəм менəн Өфө ҡалаһында йəшəй. Тағы бер ҡыҙҙары Лилиə Аптыраҡ ауылында почта етəксеһе вазифаһын башҡара. Уларҙың ғаилəһендə ике малай үҫə. Яңыраҡ ҙур улдары Ислам, Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған көрəш буйынса ярышта чемпион титулын яулап ҡайта. Ҡыҙҙары Гүзəл менəн кейəүҙəре Илшат та бер ҡыҙ һəм малай үҫтерəлəр, оҙаҡламай улар үҙ йорттарына сығырға ниəт итə. Иң кеселəребеҙ Юнир менəн Рəсимə лə игеҙəк балалар. Юнир ҙə өлкəндəре кеүек Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында машинист булып эшлəй. Ə иң кесе Рəсимə тормош иптəше Зəбир менəн Мəлəүез районында үҙҙəре өй һалып, донъя көтəлəр. Улар ишлəп мал аҫырай, ҡош-ҡорт (ҡаҙ, өйрəк, тауыҡ, павлин да) үҫтерə. Əсəйебеҙ Зəкиə Рамаҙанова 15 ейəн-ейəнсəргə, 9 бүлəсəгə бай өлəсəй ул. Ҡəҙерлебеҙ төрлө сəскəлəр, баҡса үҫтерергə ярата. Ул үҫтергəн гөлдəр өйөбөҙ эсен йəмлəй һəм матурлай. Тəмле аш-һыуҙарынан өҫтəле һəр саҡ мул ризыҡҡа тулып тора. Ə иң ҙур бүлəк – балаларҙың əсəгə булған оло һөйөүе, ихтирамы. Шунан да ҙурыраҡ бəхеттең булыуы мөмкинме һуң? Əсə! Ниндəй бөйөк исем! Донъяла əсəйҙəрҙəн дə ғəзиз, изге зат юҡтыр. Күпме наҙ, күпме йылылыҡ был һүҙҙə. Йылдар үтеп, сəстəргə сал төшһə лə, əсəйҙəребеҙ өсөн беҙ һəр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ. Əсəй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йəшəр инек, тормошобоҙҙоң йəме лə, тəме лə булмаҫ ине. Нурия ДƏҮЛƏТШИНА 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей