Гусев ололары тәжрибә уртаҡлашты

Район ветерандар советының быйылғы тәүге күсмә семинар-кәңәшмәһе Гусевта уҙҙы. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса был биләмәнең ветерандар ойошмаһы эше иң яҡшыһы тип танылды һәм тап шуның өсөн уларҙың тәжрибәһе менән башҡаларҙы ла таныштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Ауыл биләмәләренең ветерандар советтары рәйестәрен Гусев хакимиәте башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, урындағы ветерандар ойошмаһы рәйесе Венера Шәйхисламова ихлас ҡаршы алды. Ололарға ауыл буйлап ҙур булмаған экскурсия үткәрелде. Ҡотло, нурлы мәсет менән имам-хатиб Муса Боҫҡонов таныштырып, иман йортоноң урындағы халыҡ, бағымсылар көсө менән төҙөлөүе хаҡында бәйән итте. Күмәк көс һалынған мәсет бик матур килеп сыҡҡан. М. Боҫҡонов өгөт-нәсихәттәр һөйләп, әрүахтар рухына аят бағышланы. Ул бөтә мосолман донъяһы өсөн изге рамаҙан айы, ураҙа башланыуы тураһында ла әйтеп үтте. Гусевта былтыр социаль объекттарҙан ял паркы төҙөлгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары буйынса мәктәптең капиталь ремонтланған спорт залын һәм заманса йыһазландырылған мәҙәниәт усағын да өлкәндәр кинәнес менән ҡарап сыҡты.
Сараның рәсми өлөшөн Шәрифйән Садиҡ улы асты һәм ветерандар ойошмаһының биләмәлә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын билдәләп, Венера Хәсәнша ҡыҙына яҡшы эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм диплом тапшырҙы.
В. Шәйхисламова үҙенең сығышында ойошманың урындағы хакимиәт, депутаттар, мәҙәниәт йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған, нимә һорап мөрәжәғәт итһәк тә бер ҡасан да баш тартмаған район Советы депутаты Ишморат Әминевтан уңдыҡ. Ул бөтә сараларҙың бағымсыһы. Шулай уҡ Йәмил Баймырҙин да һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Иғтибарлы, мәрхәмәтле булғандары өсөн уларға биләмәнең ветерандар советы исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, — тине Венера Хәсәнша ҡыҙы. — Урындағы ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Ғамир Ғәлләмов, депутаттарыбыҙ Фәрит Шәрипов, Гөлсинә Һиҙиәтова, Валерий Шунинға рәхмәтлемен. Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре менән бергә-бергә эшләйбеҙ.
Ауылдарҙағы ойошмаларҙы етәкләүселәрҙе маҡтап телгә алды. Таҡһырҙа — Ләлә Сафиуллина, Юлдашта Гөлзифа Ғафарова, Иҙәш Ҡусҡарында Зәйтүнә Шәрипова, Тал Ҡусҡарында Сулпан Дәүләтбаева рәйестең төп ярҙамсылары. Абруйлы, һүҙҙәре үткән был ханымдар ауыл тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй, ҡушылған эште еренә еткереп үтәйҙәр, сәхнәгә сыҡһалар, йыр-бейеүгә лә маһирҙар. Юбилей-байрамдарҙы дөргөн үткә-рәләр, төрлө ижади конкурс-сараларҙа ҡатнашалар, өмәләр, төҙөкләндереү эштәре, осрашыуҙарға әҙерлек ололарһыҙ уҙмай.
— Республикабыҙҙа өлкән быуын өсөн сыҡҡан берҙән-бер журналға яҙылыуҙан тыш, район гәзиттәренә яҙылыуҙы дәррәү алып барабыҙ. Әлеге матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында Ишморат Әминевтың, Юлдаш ауылы аҡһаҡалы Тимербулат Сәйетғәлиндың ярҙамы менән бер нисә кешегә «Осҡон» гәзитен бүләк иттек, — тине Венера Хәсәнша ҡыҙы. — Үҙебеҙҙең район баҫмаларын беҙ алдырмаһаҡ, кем алдырыр? Яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, йәш быуынға өлгө булайыҡ!
Сығышын йомғаҡлап, урындағы ветерандар советы рәйесе Гусев биләмәһе башлығы Ш. Ғәтиәтуллинға һәр саҡ аңлап, ҡулға-ҡул тотоноп эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Гусев урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәшит Сәғитов ауыл тарихы менән таныштырҙы. Быйыл белем усағы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй икән. Бер быуатлыҡ тарихҡа эйә мәктәптә ҙур тантана уҙасаҡ.
Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев ағымдағы йылда ойошма барлыҡҡа килеүенә 35 йыл тулыуы тураһында бәйән итте. Юбилей айҡанлы оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Красная Башкирия һәм Гусев ветерандар советтары етәкселәре Мәрйәм Кашанова менән Венера Шәйхисламова (һүрәттә) республика ветерандар ойошмаһының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Йыр бәйгеләре-фестивалдәрҙең йәме булған республикалағы берҙән-бер «Малайҙар» ирҙәр вокал ансамбленең сығыштарын әҙерләгән талантлы хормейстер Флүрә Ҡоҙаярова әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ошондай наградаға лайыҡ булды. Байым ауылынан хеҙмәт ветераны Мәүлиҙә Ирғәлина ла Почет грамотаһы менән билдәләнде.
«Башҡортостан ветераны» журналына яҙылыуҙы дәррәү ойошторған өсөн урындағы ветерандар советтары рәйестәре — Мәрйәм Кашанова (Красная Башкирия), Венера Шәйхисламова (Гусев), Әҙеһәм Хәмзин (Хәлил), Хәйҙәр Хөснуллин (Байым), Зәйтүнә Хөсәйенова (Таштимер), Булат Шөғүров (Әлмөхәмәт), Сара Әпсәләмова (Йәнгел) мөхәрририәттең Почет грамотаһын алды.
Юбилейҙары уңайынан Зәйтүнә Хөсәйенова менән Ләлә Сафиуллина район ветерандар советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ансар Ғаттар улы 29 апрелдә Сибайҙа үтәсәк «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең ижади фестиваленең төбәк конкурсына әҙерлек башланыуы хаҡында хәбәр итте. Иң сағыу, матур номерҙар ғына һайлап алынасаҡ. Быйылғы йылда ла ололар өсөн туризм, компьютерға өйрәтеү программалары дауам итәсәк. Теләгәндәр уларҙа ҡатнаша ала.
Гусев биләмәһе ветерандар советы эшен башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы һәм оҙайлы пандемия мәлендә һүнеп ҡалған ойошмалар эшмәкәрлеген йәнләндерергә, ауылдарҙа саралар үткәрергә саҡырҙы А. Төлкөбаев.
Семинарҙа ҡатнашыусылар урындағы хакимиәт башлығына оҙаҡ йылдар йәмәғәт ойошмаһын уңышлы етәкләгән, уны алдынғы итеүгә күп көс һалған Венера Шәйхисламоваға Гусев ауылының Почетлы гражданы исемен биреү тураһында тәҡдимен еткерҙе.
Йәнле аралашыуға, концерттарға зарыҡҡан ололар Гусев мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сығыштарҙы рәхәтләнеп ҡараны. Ирҙәр вокал ансамбле, Айрат Әхмәтйәнов менән Аҡсәскә Кәримованың моңло дуэты, Элиза Ямалова, Рәшит Сәғитовтың йырҙары күңелдәргә үтеп инде. «Йәйғор» фольклор һәм гармунсылар ансамбленең дәртле сығыштарына түҙмәй, бейергә лә төштөләр.
Ветерандар советтары рәйестәре апрель-май айҙарында тағы күмәкләп осрашырға һүҙ ҡуйышты.

Автор:Динара Сафиуллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей