Ғүмерҙең ике ҡиммәте – ғаилә һәм хеҙмәт

Оло Аҡа ауылынан хеҙмәт ветераны Рәиф Хөрмәтов  80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уның кеүек ир уҙамандары тураһында: “Ир илендә ҡәҙерле”, – тиҙәр. Юбилярҙың бар ғүмере һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге тыуған яғы менән бәйле.

Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһы уны хеҙмәткә, ҡыл-ған ғәмәлдәргә яуаплы, намыҫлы һәм ғәҙел булырға өйрәтә. Рәиф Вәсил улы был васыятҡа ғүмер буйы тоғро ҡала һәм балаларында ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләй.
– 12 йәшемдә атайым мине үҙе менән эшкә ала торғайны: колхоз баҫыуында атҡа тағылған ашлыҡ һуҡҡыс менән уңыш йыя инек. Беҙҙең заманда йәйге каникулда минең тиҫтерҙәр баҫыуҙа эшләне һәм һәр ҡайһыһының үҙ бурысы була торғайны, – тип хәтерләй ул.
Һигеҙенсе кластан һуң Яраҫтау училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Свердловск өлкәһе ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң киске мәктәптә уҡый, аҙаҡтан – Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумында. Ошо йылдарҙа ғүмерлек йәре – Балтас районынан зәңгәр күҙле татар ҡыҙы Софьяны осрата. Квалификациялы белгес, диплом алғас, йәш кәләш менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
“Әй” совхозында мастер, прораб булып эшләй. Мәктәптә лә уҡыта. Хаҡлы ялға “Әй” совхозы үҙәк ремонт оҫтаханаһы мөдире вазифаһында сыға. Баҫалҡы, хеҙмәт яратҡан, тәртипле һәм башҡарыусан, бер эштән дә ҡурҡып тормай. Ниндәй эшкә тотонһа ла еренә еткереп башҡара. Ярты ғүмерен тиерлек арнаған фиҙаҡәр хеҙмәт – уның өсөн иң бөйөк һәм изге эш. “Партия ҡайҙа ебәрһә, шунда эшләнек”, – ти Рәиф Вәсил улы.
Ауыл хеҙмәтсәне ҡаҙаныштары тураһында совхоз идаралығы һәм партияның район комитеты тарафынан бүләк ителгән, ҡәҙерләп һаҡланған почет грамоталары, рәхмәт хаттары һөйләй.
Ғаилә – уның өсөн тормош мәғәнәһе. Ҡатыны Софья Дәүләтгәрәй ҡыҙы менән 52 йыл татыу ғүмер итәләр. Тормош юлында яҙмыш һынау- ҙарҙы күп ҡуя, әммә улар бергәләп уларҙы еңеп сыға.
– Мин – бәхетле кеше. Үҙҙәренең хәстәре һәм ихтирамы менән солғаған балаларыма ҡыуанам. Улар барыһы ла юғары белем алды. Улым Илдар – Яр Саллы ҡалаһы ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында травматолог-ортопед булып эшләй, бүлек мөдире. Ҡыҙым Гүзәл – Ключевой ауылында фельдшер. Иң кесе ҡыҙым Светлана – “Башнефть” автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойоу станцияһында оператор. Улар беҙгә алты ейән-ейәнсәр, бер бүлә бүләк итте, тағы ла икенсе бүләнең донъяға килеүен көтәбеҙ. Әлбиттә, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүләбеҙҙең һәр эше, улар тураһында ишетелгән һәр яҡшы һүҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатыным Софьяның беҙҙең хаҡта хәстәрлеге, тырышлығы һөҙөмтәһе. Уның менән тормош тулы, бәхетле һәм яҡты. Нәҡ ул беҙҙең барыбыҙҙы ла бөгөн яулаған үрҙәргә алып килде, – ти юбиляр.

Мәсетле тормошо

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей