Ғүмер йомғағын һүтеп

Тиң ҡартайҙыҡ, матур йәшәнек, ти  Шайморатов ауылында йәшәүсе Әнисә һәм Мәхмүт Әминевтар. Улар йәшәлгән ғүмерҙәре өсөн бер ҙә үкенмәй. Йөҙҙө артлаған инәй менән олатай һәүетемсә генә ғүмер кисерәләр. Улар икеһе лә ауыр һуғыш заманы балалары. 
 

Мәхмүт бабай  беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡапҡа төбөнән үк ҡаршы алды. Әйҙүкләп өйгә саҡырҙы. Йәтеш, ыҡсым өйҙә тыныслыҡ хакимлыҡ итә. Шул саҡ беҙҙең янға аш бүлмәһе яғынан Әнисә апай сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әнисә Ғәйзетдин ҡыҙын инсульт аяҡтан яҙҙыра. Оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятырға тура килә. Ләкин аяҡтары менән өҙә баҫып,  йүгереп китә алмай. Ул инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр була. Түрҙән урын алып, бабай менән әбейҙең хәлен белешәбеҙ. Ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыуҙары тураһында һораш­ҡас, ул ваҡыттағы тормошто һөйләүе лә уңайһыҙ, ти Мәхмүт бабай. Һеҙгә уңайһыҙ булырға тейеш түгел, ул хәҙерге быуын вәкилдәре һеҙҙең алда баш эйеп, рәхмәт һүҙҙәрен йәл­лә­мәҫкә бурыслы. Бөйөк Ватан һуғышы йыл­дарында  бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алғандар. Иҫ киткес ауырлыҡтар күтәреп, баштарынан ниҙәр генә үтмәгән әбей-бабайҙар әле булһа ла тынғы белмәй, бик күптәргә үрнәк булып матур донъя көтә.
- Хоҙай биргәнде йәшәп ятабыҙ инде. Күпте күргән, күпте кисергән кешеләрбеҙ. Атай- әсәйҙең биш малайы һәм ике ҡыҙы заманаһына күрә ас-яланғас үҫтек. Әсәйебеҙ бешергән көрпә, сей бәрәңге, үлән ашап тамағыбыҙҙы ялғай инек. Сей бәрәңге тәме әле лә тел осонда торғандай. Һәүетемсә генә тормош көтөп ятҡанда ҡәһәрле һуғыш башланды. Илде дошман­дарҙан яҡларға атай, ағайҙар һуғышҡа алынды. Уларһыҙ тормош бик ауырға төштө. Ауылда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡа­һында һуғышҡа эләкмәгәндәр ҡалды. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән ҡул аҫты­на ингән балалар ҙа ололар менән бер рәттән төрлө эштәргә егелде. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тигән ялҡынлы лозунг аҫтында эшләнек. Күңел­гә уйылып ҡалған юғалтыуҙар, көс етмәҫлек ауыр хеҙмәт, аслыҡ һәм ялан­ғаслыҡ – быларҙың барыһын да онотоу мөмкин түгел,- тип хәтирәләргә бирелде Мәхмүт бабай. 
Мәхмүт Әминев 1925 йылда Шаймо­ратов ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Шайморатов колхозында ҡайҙа ҡушалар - шунда ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Ат менән ер ҙә һөрә, игенен дә сәсә... Һуңғы йылдарҙа төҙөлөш бригадаһында эшләй. Һарыһаҙ ауылында тыуып үҫкән Әнисә Ғәйзетдин ҡыҙын осратып, 1949 йылда  ғаилә ҡоралар. Әнисә апай килен булып төшкән көндән башлап, колхозда тырышып эшләй - көндө төнгә ялғап сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Ул ваҡытта барыһы ла тиерлек ҡул көсө менән башҡарыла. Мәхмүт бабай әйтмешләй, отпуск алып ял итеүҙе белмәгәндәр. Нисек түҙеп йөрөгәнбеҙҙер инде. Шулай ҙа бер кем дә зарланманы, ти ул. Әминевтар бер-береһенә терәк-таяныс, ихтирамлы, иғтибарлы булып оло тормош юлы үтә. Уларҙың бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә лә етмеш йылдан ашыу ваҡыт үткән. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсала емеш-еләген дә үҫтерәләр. Мәхмүт бабай үҙ ҡулдары менән йорт ҡаралтыһын күтәрһә, Әнисә апай ойоҡбаштар бәйләй, сигеү сигә. “Олоғая төшкәс, мал һанын кәметергә тура килде. Әлегә һарыҡ-тауыҡтар аҫрайбыҙ. Баҡсала йәшелсә-емешен дә бер-ике түтәл сәсәм. Аяҡтарым хәрәкәт иткәндә йорт-ҡураны ҡарарға тыры­шам”,- ти Мәхмүт бабай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әминевтарға балалар шатлығын кисерергә яҙмаған. Улар ағай-апайҙа­ры­ның балаларын үҙ балаларылай күрәләр. Бөгөнгө көндә туғандары уларға терәк-таяныс булып тора, килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙамлаша. Ярты йыл элек Әнисә апай ҡаты ауырығас, социаль хеҙмәткәр Лилиә Вәлиева килеп, бар эште башҡарып китә. Әбей менән бабайҙың керен дә йыуа, ашарға ла бешерә, һыуын да ташый. Улар инде уға изге теләктәрен теләп, рәхмәттәрен уҡый.
Көндәр, йылдар елдереп үтә... Һәр беребеҙгә һәр мәлдән шатлыҡ табып, һәр тыуған көнгә ҡыуанып ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын. Ҙур ихтирамға лайыҡ булған Әминевтарға йән тыныслығы, именлек теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей