Гөрләтеп донъя көтәләр

Сөләмәновтар ғаиләһе матур йортта йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр, эшләйҙәр, өҫтәүенә ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт тоталар. 
Ләйсән Сөләймәнова Дыуан районы Ҡаракүл ауылында тыуып үҫкән. Урындағы башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәсәғүт ауылында белем ала. Тырышып, яҡшы уҡый, әүҙем ҡыҙ булып үҫә.
Аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш әйбер-ҙәре һатыусыһы һөнәрен алғас, хеҙмәт юлын Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында санитарка булып башлай. Ошо ваҡытта буласаҡ тормош иптәше Фидан Сөләймәнов менән таныша.
2018 йылдан алып “Йондоҙ” йәмғиәтендә һауынсы булып эшләй Ләйсән. Ире лә шунда уҡ механизатор. Йорт төҙөүгә субсидия алғандан һуң, Көршәле ауылында өй һалып сығалар, ике ай элек өй туйлайҙар.
– Үҙ өйөң – һәр кешенең хыялы, – тип һөйләй йәш хужабикә. – Беҙгә дәүләт ярҙамы уны тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирҙе.
Эше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Ләйсән Сәғит ҡыҙы ауыл биләмәһендә уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Кесе йәштән йырларға, бейергә әүәҫ, тик торорға яратмай һәм был ритм уның ҡәҙимге тормош рәүешенә әйләнгән.
Бөгөн Сөләймәновтар ғаиләһе өс бала тәрбиәләй, оҙаҡламай ғаиләнең ишәйеүе көтөлә. Өлкән улдары Ринат автомеханикка уҡый, ҡыҙҙары Эльвина – мәктәптә, кескәй Альбина – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
– Яратыу, хәстәрлек, иркәләү – балаларға һис йәлләмәй биргән хистәр. – Балалар – оло бер бәхет, өлкәнәйгән һайын уны нығыраҡ аңлаймын. Ошо байлыҡ ирем менән мине бик бәхетле итә.
Һәр кешенең тормошонда иң мөһим урында, әлбиттә, әсәй кеше тора. Әсә ғүмер бүләк итә, изгелеге, наҙы, хәстәре менән сорнай. Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.
Ләйсән Сәғит ҡыҙы ғаиләһе өсөн бар тырышлығын һала: баҡса, өй эштәрен башҡарырға өлгөрә, тәмле итеп һыйлай. Ул тормош иптәше менән ғаилә усағы йылыһын һаҡлап, балаларын ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итергә, үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәргә өйрәтә, бар күңел йылыһын сабыйҙарына бирә.

Лариса Ризванова
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей