Ғәлиева Рәмилә Мәжит ҡыҙына! (Аургазинский район)

Урал ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы Ғәлиева Рәмилә Мәжит ҡыҙын 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүен теләйбеҙ, әлегеләй хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп йәшәргә яҙһын!
Рәмилә апай 1940 йылдың 22-се ғинуарында Юлдаш ауылында Юнусов Мәжит һәм Мәрзиә (Муратшин Вахит ҡыҙы – Мораҙым ауылы) ғаиләһендә донъяға тыуған. Аталары Мәжит Ғәни улы һуғыш башланыу менән фронтҡа алына һәм 1942 йылдың февралендә батырҙарса һәләк була. Смоленск өлкәһенең Дубна ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Бар һуғыш осоро балалары кеүек, ул саҡтағы барлыҡ
ауырлыҡтарҙы күреп, үҙ башынан кисереп үҫә Рәмилә апай. Уҡырға теләге көслө була, шуға ла Мораҙым мәктәбендә 7-се класты тамамлағас, 8-10-сы кластарҙы Төрөмбәт урта мәктәбендә белем ала. Ләкин үҫеп буй еткергән сибәр ҡыҙға артабан уҡыуын дауам итергә насип булмай. Ауылыбыҙҙың фортовой егете Әбделхай Халиҡ улы дүрт йыл Севастополдән хәрби флотта хеҙмәт итеп ҡайтып төшә һәм бер күреүҙә ҡыҙға ғашиҡ була. Сибәр, телгә оҫта моряк эште ҡыҙыу тота һәм йәштәр 1960 йылда өйләнешәләр. Икеһенең дә хеҙмәт юлдары Чапаев исемендәге колхоз менән бәйле. Әбделхай ағай колхозда шофер, завхоз, бригадир ярҙамсыһы булып көн-төн ауыл хужалығында ҡайнаһа, Рәмилә апай төрлө эштәрҙә, сөгөлдөр баҫыуҙарында, бар ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ал-ял белмәй эшләй. Колхозыбыҙҙа 30 йылдан артыҡ хеҙмәт
стажы бар.
Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларына һынауҙы төрлөсә бирә. Берәүҙәрҙе юғалтыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр, икенселәрен иһә фәҡирлек йә байлыҡ менән, ә ҡайһыларын ауырыу менән һынай. Бына шундай әсе тормош ауырлыҡтарын Рәмилә апай, йәш әсәй булыу менән, үҙендә татый. Өс балаға йәштәр ғумер бирә, әммә балалар күреү һәләтенән мәхрүм булып тыуалар. Үҙ өлөшенә төшкән ауырлыҡтарҙы Рәмилә апай сабырлыҡ,
түҙемлелек менән, артыҡ бәргеләнмәй, һыҡранмай ғына үткәрә. Балалар тиҫтерҙәренән үҫеш буйынса артта ҡалмаһындар өсөн әсәнән икеләтә-бишләтә күп көс талап итеүен, Рәмилә апай үҙе генә беләлер. Ҡыҙҙарына, улына булған һөйөү, яратыу, ышаныу яҙмыш һынауҙарын еңергә ярҙам итә. Ваҡытында балаларын Өфөлә 28-се махсус коррекцион интернат-мәктәпкә урынлаштырып белем бирәләр һәм
ғәзиздәренең тормош, хеҙмәт юлдары Стәрлетамаҡ заводы менән бәйле. Ул ваҡыттағы юлһыҙлыҡтан ыҙа сигеүҙәр, маршрут автобусы түгел, бары йөк машиналарының ғына йөрөгән мәлдәр, ә һеҙгә балаларҙы етәкләп оҙон юлдарға сығып китеүҙәре, шул уҡ ваҡытта колхоз эштәренә лә өлгөрөү! Был бөгөнгө күҙлектән ҡараһаҡ, ысынлап та Әсә батырлығы, ҡаһарманлығы! Аллаға шөкөр, балалар, физик кәмселектәренән оялмай, тырышлыҡтары менән тормошта үҙ урындарын табалар, ҡыҙҙары кейәүгә сығып ошо донъяның рәхәтлектәрен күреп йәшәйҙәр. Балалары :1-се ҡыҙҙары Римма 1960 йылғы – бөгөн үҙе әсәй – улы Айнур, өләсәй – ейәнсәре - Аиша, 2-се ҡыҙҙары Рәйлә 1963 йылғы – бөгөн үҙе әсәй – улы Марат, 3-еһе улы
Ильдус 1973 йылғы. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлеләр, бар балалар ҙа иҫән-һауҙар.
Ҙур юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килде һеҙгә, 2011 йылда 51 йыл бергә йәшәгән тормош иптәшегеҙ Әбделхай ағай баҡыйлыҡҡа күсте. Шуға ҡарамаҫтан, балалар менән бергә дин юлында булыуығыҙ ауырлыҡтарҙы кисереп йәшәргә көс бирә...
Һеҙ, Рәмилә Мәжит ҡыҙы, балаларҙың ихтирамына, ҡәҙер-хөрмәтенә һис шикһеҙ лайыҡ булған әсәй, нәнәйһеҙ!
Хөрмәтле юбиляр! Киләсәктә Һеҙгә сәләмәтлек, имен көндәр, күңел тыныслығы, балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Источник: СПК Урал

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей