Герой ҡатыны - Йәннәт Майская

Йәннәт Вәсби ҡыҙы Борай районы Ташкүбәр ауылында тыуа. Йәннәттең ата-әсәһе сәйәси репрессия ҡорбаны була.Уларҙы алыҫ Себергә урман киҫергә ебәрәләр. туған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмайҙар,аслыҡтан вафат булалар. Ҡыҙҙары Йәннәт әсәһенең бер туған һеңлеһе Раузала ҡала, ул ҡыҙсыҡты етем итмәйсә,тәрбиәләй, мәсеткә уҡырға бирә.
Раузаның бер туған апаһы Яңы Ҡангилде(Хәҙерге Бигәнәй) ауылына Мөхәммәтнур Сабировка кейәүгә сыҡҡан була.Йәннәт Яңы Ҡангилдегә ҡунакка йыш килә.
Мөхәммәтнурҙың ағаһы Муллаәхмәт  Сәхибтең(Герой) һеңлеһе Тәскирәне тормош иптәше итеп һайлай.. Сәхибте лә Йәннәткә димләйҙәр.Майский Ҡазан ҡалаһына татар-башҡорт хәрби мәктәбенә уҡырға кергәс, Йәннәтте лә үҙе менән алып китә. Матур итеп ғаилә ҡороп йәшәй башлайҙар.1927 йылда улдары Инел , 1930 йылда Марат тыуа.Сәхиб хәрби хеҙмәтен үтәгәндә,Йәннәт балаларын үҙе тәрбиәләй, уҡыта.Инел осоусы һөнәрен үҙләштерә, ә Мараттары уҡытыусылыҡты һайлай.
Герой ҡатыны Йәннәт Вәсби кыҙы Майская 30 ғинуар 1974 йылда вафат була.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей