ҒАИЛӘ НЫҠЛЫҒЫ ТАМЫРЫНАН БЕЛЕНӘ

Күлләр ауылында йәшәүсе Миңлегөл менән Раил Хәсәновтар - 50 йылдан артыҡ бергә матур ғүмер итеүсе татыу ғаилә

Улар икеһе лә Күлләр ауылында тыуған. Өйләнешкәндә Раил Усман улына ни бары 18, ә Миңлегөл Мәүлитбай ҡыҙына 17 йәш булған.
- Бер-беребеҙҙе күрмәй торһаҡ, һағынышып бөтәбеҙ,- ти улар.

- Йәшлек мөхәббәтебеҙгә тоғро ҡалдыҡ, иптәшем, һөйгәнемде бер кемгә лә бирмәйем, тип, әрмегә киткәнсе никах уҡытып, мине өйөнә алып ҡайтты. Уны әрме хеҙмәтенә оҙаттыҡ, мин ҡайны-ҡәйнә менән тороп ҡалдым. Улар бик һәйбәт кешеләр булды, мине үҙ ҡыҙҙары кеүек күрҙеләр. Раил өйҙә булмаһа ла, беҙгә тағы ижап уҡыттылар. Ҡәйнә менән икәүләп никах һыуын эстек. Раил ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, ике йыл бергә булманыҡ тип, тағы ла никах уҙғарҙыҡ. Шулай итеп өс мәртәбә никах уҡыттыҡ,- тип йылмая Миңлегөл апай. Уларҙың бөгөн дә бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәренә, иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙарына һоҡланып туя алмаҫлыҡ.

- Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, сабырлыҡ кәрәк,- ти Хәсәновтар. Бер-береһен ихтирам иткән мөхәббәтле парҙарҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Бергә-бергә ғүмер кисереү - оло бәхет, Хоҙай бүләге бит ул. Хәсәновтар өс малай, бер ҡыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып, матур донъя көтәләр. Бәхетле олатай һәм өләсәй булып, туғыҙ ейән-ейәнсәр, өс бүлә-бүләсәһен һөйөү бәхетенә лә ирешкәндәр.

Миңлегөл Мәүлитбай ҡыҙы фермала һауынсы булып эшләгән, сөгөлдөр баҫыуында ла тир түккән. Раил Усман улы ғүмер буйы Ленин исемендәге колхоздың алдынғы, алыштырғыһыҙ шоферы була. Уның тырышлығы тураһында бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Бөгөн уҙамандар хаҡлы ялда. Һарайҙа һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп көн күрәләр. Хәсәновтар тормош ығы-зығыһынан арынып, ял итергә ваҡыт тапҡан арала матбуғаттағы хәбәрҙәр менән танышып сығалар. Эйе, улар - беҙҙең баҫмаға яҙылыусы дуҫтарыбыҙ. Етмеш йәштән уҙһалар ҙа, гәзиттән айырыл­майҙар. Район гәзите ойошторған лотерея уйындарында ла әүҙем ҡатнашалар. Күптән түгел икенсе ярты йыллыҡҡа баҫмаға яҙылып, аш-һыу бүлмәһендә кәрәкле бүләк тә оттолар. Бынан тыш, Раил ағай ҡалын битле “Российская газета”ны алдырып, башынан аҙағына тиклем уҡырға ярата. Әйткәндәй, Миңлегөл Мәүлитбай ҡыҙы ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп, намаҙ ҙа уҡый икән.

- Аллаһ үҙе еңеллек биреп тора бит ул. Намаҙ – диндең терәге, мөьминдең нуры. Намаҙ уҡыған кешенең күңеле тыныс, доғаһы ҡабул, ризығында бәрәкәт һәм тәнендә сәләмәтлек булыр,- ти ул. Амин, шулай булһын.
Ғүмер юлдарында осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сыҡҡан, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килгән, күңелдәрендә иман нуры йөрөткән Хәсәновтарға тағы ла оҙаҡ йылдар тик бәхеттә-шатлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей