Ғафури районы "йәшел Башҡортостан"ға ҡушылды

Район хакимиәте, ауыл советтары хеҙмәткәрҙәре, бюджет өлкәһе ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр көсө менән районда 750 шыршы, миләш, ҡайын үҫентеһе ултыртылды. Цапаловка ауылында яңы ылыҫлы аллея барлыҡҡа килде. БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов та тыуған төйәген йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Ултыртылған йәнтөйәгебеҙ биҙәге булып үҫеп, Ғафури халҡын үҙенең йәшеллеге, матурлығы менән ҡыуандырасаҡ!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей