Её дух не сломила война

Ғималова Кинйәһылыу Латип ҡыҙы 1901 йылдың 1 ғинуарында Мәсетле районының Бурансы ауылында етенсе ҡыҙ булып бер ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. Уға һуңғы бала булыраҡ Кинйәһылыу тип исем бирәләр. Атаһы Латип замананың уҡымышлы муллаһы була. Ҡыҙҙарын эшһөйәр, уңған уҡымышлы итеп тәрбиәләп үҫтерәләр.
1918 йылда Ҡылысбай нәҫеленең 4-се быуын ағзаһы булған Ғималетдин улы Миндеәхмәткә кейәүгә бирәләр. Бер-бер артлы 6 ир һәм 5 ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға ғаиләлә 4 ир һәм 2 ҡыҙ бала тороп ҡала. 1921,1930 ауыр йылдар 5 балаһынан мәхрүм итә.
1941,1943 йылдарҙа 1923, 1925 йылғы ағайҙарыбыҙ, Мәсәғүт педучилищеһын тамамлап (бер аҙ ғына эшләп өлгөрәләр) һуғышҡа алыналар. 1943 йылда атайыбыҙ ҙа хеҙмәт (трудармия) армияһына китә (өлкән йәштә була).
Инәйем ҡарамағында 14,10 йәшлек ике ир, 4, 2 йәшлек ике ҡыҙ бала ҡала. Балаларын ас, яланғас итмәҫ өсөн бар көсөн һала. Үҙе МТС хужалығындағы төрлө эштәрҙә эшләй. Ирҙәр эшен дә башҡарырға тура килә. Һыйырҙан өҙөлмәй. "Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ булһа астан үлмәҫбеҙ, - ике ағайҙарымдың да ярҙамы тейгәндер. "Әлдә улар бар, - тип йыш ҡына әйтер ине.
Ҡәһәрле һуғыш яландарынан бер-бер артлы үлем ҡағыҙҙары килеп торҙо.1944 йыл 1923 йылғы Әүхәҙи исемле улының, шул уҡ йылды атайыбыҙҙың үле хәбәре килә.
1945 йыл ғинуар айында 1925 йылғы Булат ағайымдың Польша ерендә ерләнеүе тураһында хәбәр килде. Быларҙың барыһын инәйем бик ауырлыҡ менән кисерҙе. Ләкин әсә кеше өмөтөн өҙмәне. Ҡайһы булһа ла дошманды еңеп ҡайтырына өмөт итте.
Ул көн килде - Булат ағайым 1945 йылдың октябрь айында ҡайтып төштө.
Һуғыш ҡасафаты илебеҙ өсөн әле бик күп йылдар барҙы. Күп ирҙәр һуғышта баштарын һалдылар. Барлыҡ ауырлыҡ тиерлек ҡатын -ҡыҙ елкәһенә төштө. Инәйем ул йылдарҙа "Комсомолец"төрлө эштәрҙә эшләне.Ҡыш колхоз малдары өсөн бесән,һалам ташыу,йәй көндәрендә ферма малдарына әҙерләү.
(Аҙналар буйы ҡайтмайынса Айлыла,Ҡарағайлы ҡулда көнөнә 1-әр гектар бесән сабыр ине), ашлыҡ утау, көҙ көндәрендә иген таҙартыу, төндәрен эҫе сушилкала ашлыҡ киптереү 50-60- лаған эшселәрҙе ашатыу кеүек бөткөһөҙ эштәр башҡарҙы. Ҡышҡы көндәрҙә өйҙә тимер мейескә утын яғып сана тәртәнәһе өсөн ағас әрсеп киптереү кеүек эштәр башҡарҙы. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ат менән эшләй, аяҡтары сабатаға йәбешеп туңып ҡайтыр ине. Ләкин көслө рухлы инәйем бирешмәне. Кистәрен беҙгә ваҡытында дәрес әҙерләргә ҡушып, тарих, география, әҙәбиәт дәрестәрен һөйләп бирергә ҡушыр ине. Үҙе йөн иләп ойоҡ, бейәләй бәйләп, йә булмаһа киндерҙән келәм һуғыр ине.
Тормош үҙ яйы менән алға бара. Беҙҙе лә уҡытып урта белемле итте. Артабан уҡып тормош юлына аяҡ баҫтыҡ. Тик инәйем был тормоштоң матурлығына, рәхәтлегенә һоҡланып оҙаҡ йәшәй алманы. Һаулығы ныҡ ҡаҡшағайны шул. Бары 69 йәшендә генә беҙҙе ташлап китте.Тормошҡа ҡарашы, ихласлығы, тырышлығы, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуы, яҡты уйлы булғаны өсөн беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Беҙҙе әҙәпле, эшһөйәр кеше итеп тәрбиәләгәнең өсөн һиңә мең-мең рәхмәтлебеҙ.
Рәхмәт һиңә, әсәкәйем, көслө рухлы, матур йөрәкле ил ҡыҙы, тылдағы ветеран.

Фрося Фаттахова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей