Эштəрен яҡшы белəлəр

Көн аҙыраҡ илаңҡырап торһа ла, был конференцияға килгəндəрҙең йөҙҙəре көлəс, атлауҙары дəртле - бына-бына сəсеү башлана.

Район ауыл хужалығы эшсəндəре агрономик конференцияға йыйылды. Ҡыҙыу эштəр башланғансы, кəңəш-төңəш итеп алырға кəрəк. Өфөнəн дə килгəндəр, яғыулыҡ, запас частəр, ашлама, кредиттар Һөйлəшер һүҙҙəр күп.

Юлай Ильясов үҙ сығышында, барыһын да сəлəмлəп, ҡунаҡтар менəн таныштырып үткəс, төп темаға күсте:

Донъя хəленə бəйле орлоҡҡа хаҡтар артты. Барлыҡ ҡаршылыҡтарға ҡарамай күрһəткестəрҙе төшөрмəҫкə тырышыр кəрəк, былтыр һөт күрһəткестəре кəмеүен күҙəттек. Тəжрибəлəрегеҙ менəн бүлешеп, бергə эшлəгеҙ. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, был мəҡəлде барығыҙ ҙа яҡшы белəһегеҙ, яҙғы сəсеү эштəре ул ысын мəғəнəһендə ҙур һынау. Ер эшсəндəренə рəхмəт əйтеп туҡтамайбыҙ, бар өмөт һеҙҙə, иң мөһиме барығыҙға ла һаулыҡ, күтəренке кəйефтəрегеҙҙе юғалтмай, сəсеү эштəрен йырып сығырға булһын!

Район башлығынан һуң, сират баш ҡаланан килгəн ҡунағыбыҙға күсте. Республиканың Агрохимик хеҙмəте үҙəгенең директоры Данис Фазылйəновҡа, ул беҙҙең райондың урып-сəсеү эштəре буйынса кураторы икəн. Район башлығы, күтəренке кəйефтəрҙе төшөр- мəй эшлəгеҙ, тип кəңəш иткəн ине, ре- спублика ҡунағы икенсерəк өндəште:

Ҡоролоҡ былтыр булды, быйыл булмаҫ тип ҡыуанып, шатланып, эшегеҙҙе онотоп йөрөмəгеҙ. Ун йылға артҡа ҡараһаҡ, 2010 йыл ҡоролоҡ булды, 2011 йыл тағы ла нығыраҡ ҡоролоҡ килде. Шуға, быйыл ҡоролоҡ булмай тигəн ышаныс юҡ. Əле ер еүеш, ҡар һыуын ныҡлы һеңдергəн, шул мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кəңəш итəм. Сəсеү эштəрен ваҡытында башҡарып сығығыҙ, бер көндө лə əрəм итергə ярамай, кəрəк икəн ялһыҙ, ике сменалап эшлəгеҙ. Тағы ла, беҙҙе туйҙырған еребеҙҙең ҡəҙерен белеп эш итергə саҡырам, килем, күп аҡса артынан ҡыуабыҙ тип тəбиғəткə, экологияға ҙур зыян килтерелə. Хəҙер фермерҙар күпселек ерҙəренə көнбағыш сəсергə өйрəнеп алды, уның эше лə əҙерəк, килеме лə бар. Тик нисəмə йылдар буйы бер үк ергə көнбағыш ҡына сəсһəк, ул ерҙəн нимə ҡалыр. Был культура ерҙең барлыҡ файҙалы матдəлəрен ала икəне, берегеҙгə лə сер түгел, унан һуң ер ял итергə тейеш. Азот матдəһенең мул уңыш алыуҙа роле ҙур икəнен онотмағыҙ, ҡуҙаҡлы культуралар сəсһəгеҙ, ул ерҙе ошо матдə менəн тулыландырыр. Ер эшендə тəүге йыл эшлəмəйһегеҙ, үҙегеҙҙең ерҙəрегеҙҙе яҡшы белəһегеҙ, ҡайҙа, нимə сəсергə кəрəклеген уйлап эш итегеҙ. Һеҙҙең ерҙəр хəүефле зоналарға инə, шуға күрə алтынға тиң ваҡытығыҙҙы бушҡа əрəм итмəй, тырышып эшлəгеҙ.

Артабан һүҙҙе районыбыҙҙың ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Айҙар Туйгилдин алды. Ул былтырғы уңыш, быйылғы сəсеү эштəренə əҙер- лек тураһында бик оҙаҡ һүҙ тото. Айҙар Юнир улының сығышында, һəр баҫы- уҙы, һəр фермерҙы биш бармағы кеүек белеүе, аласаҡ уңыш өсөн янып көйөүе сағыла ине:

Һауа торошона, илдəге хəлгə ҡарап уфтанып ултырмайбыҙ, ауыл хужалығын күтəреү маҡсаты менəн янып йəшəйбеҙ. Былтыр ҡоролоҡ арҡаһында бик күп уңыш алып булманы, шулай ҙа районыбыҙҙың ҙур хужалыҡтары етəрлек уңыш алды, афарин, тип əйтергə кəрəк. Иң нығы ярауай культуралары зыян күрҙе. Кураторыбыҙ билдəлəп үтеүенсə ерҙəргə көнбағыш күп сəселə, лəкин был культураны əҙ сəскəн хужалыҡтар ҙа бар, Усманов хужалығы һəм Киров коопертивы. Улар мул уңышты, ерҙəрен ҙурайтып түгел, ə сифатлы эш итеп ала. Бөгөнгө көндə, сəсеү эштəрен ваҡытында тамамлау беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып тора. Көҙҙəн бик күп эштəр эшлəнде, техника ремонтланды, ерҙəр эшкəртелде. Ҡар күп булды, ер ҡар һыуын һеңдерҙе, шуға өлгөрөп ҡалыр кəрəк. Синоптиктар мəғлүмəтенə күҙ һалһаҡ, республика ла быйыл яуым-төшөм буласаҡ, Ырымбур өлкəһендə тағы ҡоролоҡ була тиелгəн, белеүегеҙсə беҙ тап ошо өлкəгə яҡынбыҙ, шуға барыһын да ваҡытында эшлəп ҡалырға тырышығыҙ.

Көйөргəҙе районы ЮХХДИ  буйынса өлкəн дəүлəт инспекторы, полиция капитаны Айнур Рахманғолов үҙ өлкəһенə ҡағылышлы иҫкəртеүҙəрен əйтеп үтте. Баҫыу эштəрен юл хəүефһеҙлеген һаҡлап башҡарырға кəңəш итте. Ҡоро бушҡа берəү ҙе лə туҡтатып, баҫтырып, тикшереп йөрөмəүҙəрен əйтте. Руль артына эскəн, йə водитель танытмаһы булмаған килеш ултырмаҫҡа, механиктарға һəр тракторсыны ныҡлы тикшереп сығарырға ҡушты. Бар техника техосмотр үткəн, ҡаралған булырға тейеш тине.

Был темаһы күтəрелгəс, техник тикшереү буйынса баш инженер Мотаһар Ибраһимов, шым ғына ултырып түҙмəне: "Районыбыҙ техникаһы 100% яҙғы сəсеү эштəренə əҙер. Көҙҙəн алып техниканы рəтлəйбеҙ. Яңыраҡ ҡына районыбыҙҙа уҙған техник ҡарауҙа 12 райондың инспекторы килеп, 26 техниканы тикшереп əҙерлекте юғары билдəлəп, эшебеҙҙе хуплап киттелəр,"- тине ул.

Район, ҡала ветстанция начальнигы Рəмилə Иҫəнғолова: "Оҙаҡ һөйлəп тормайым, күреп торам барыһы ла арыған, шулай ҙа 2021 йылдың бик көсөргəнешле булыуын əйтеп үтмəй булмай. Үҙебеҙ тажлы вирус тип көнө-төнө ҡурҡыу аҫтында булдыҡ, унан һуң республикабыҙҙың 2 районында ҡош киҙеүе табылды, йыл аҙағында Баймаҡ районында малдарҙа нодуляр дерматит эпидемияһы күҙəтелде, ул бөтөүгə бер райондың сусҡаларында Африка тағуны табылды. Был ауырыуҙарға  таралырға юл ҡуймай, барыһын да ваҡытында юҡ итеп, тырышып эшлəне ветеринарҙар. Инде ғинуар айында Ырымбур өлкəһендə Ящур тигəн зəһмəт табылды, уға бəйле районыбыҙҙың барлыҡ малдарына прививка һалынып сыҡты, 2 ай эсендə ветеринарҙарыбыҙ ал-ял белмəй вакцинация эшлəнелəр. Вирустар бик күп, үҙегеҙ ишетеп, күреүегеҙсə, төрлөһө сығып ҡына тора. Иғтибарлы булығыҙ, санитар нормаларҙы үтəгеҙ,"- тине.

Конференция бик оҙаҡҡа һуҙылды. Был эстəлекле сараны, район башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Урал Дамир улы бик яуаплы алып барҙы, һəр белгестең сығышын тулыландырып, залға йый-ылғандарҙың фекере менəн ҡыҙыҡһынып торҙо. Белгестəр үҙ өлкəһенə ҡағылышлы файҙалы кəңəштəрен еткерергə, һорауҙарға яуап бирергə тырышты. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей