Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар
Заманалар үҙгәреп, колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, фермалар ҙа ҡулдан-ҡулға күсте йәиһә бөтөнләй ташландыҡ хәлдә ҡалды. Шулай ҙа ҡайһы бер ауылдарҙа элекке ферма биналарын ҡуртымға алып, малсылыҡ эшен дауам итеүсе кешеләр булыуы ҡыуаныслы.
Николай Ғилмияров мал үрсеткәнгә тиклем 450 гектар ер биләмәһендә бойҙай, арпа, һоло сәсеү, бесән әҙерләү менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта алыҫ юлдарға йөрөүсе йөк машинаһында бөтә Рәсәй буйлап йөрөй, Белгород, Новосибирск ҡалаларына тиклем барып сыға. Һуңынан был эшен ташлап, фермерлыҡ эшенә ныҡлап тотонорға ҡарар итә. Үҙенең техникаһын булдыра, бесән, иген һатып табыш ала. Бының менән генә туҡтап ҡалмайынса, бына өс йыл инде Яҡтыкүл ауылы эргәһендә урынлашҡан Подлуб фермаһының ҡайһы бер биналарын ҡуртымға алып, мөгөҙлө эре мал аҫрау менән мәшғүл. Уның хужалығы “Ғилмияров” крәҫтиән-фермер хужалығы итеп теркәлгән.
- Өс йыл элек элекке ферманы ватып-емерә башлағас, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Әмир Булатовҡа барып, биналарҙы ҡуртымға биреүҙәрен һораным. Үтенесемде ҡәнәғәтләндергәндән һуң, Йәрмәкәй районынан бестужев, ҡара-сыбар һәм симменталь тоҡомло 50 баш быҙау алып ҡайттым. Быҙауҙар аукционда һатыла ине, һатыулашыуҙарҙа еңеп сыҡтым. Фурала алып ҡайтҡанда бер-береһен тапамаһындар өсөн кузовты бер нисә өлөшкә бүлдем. Хәҙер инде улар таналар булып, үҙҙәре быҙаулай башланы, - тип ферма менән таныштырыуҙан башланы әңгәмәне Николай Ильясович.
Беҙ барғанда малҡайҙар саф һауала хуш еҫле бесән көйшәйҙәр ине. Көндөҙ малдарҙы тышта тоторға тырышалар, һауырға һәм төнгөлөккә генә бинаға индерәләр. Һыйырҙар беренсегә генә быҙаулағас, әлегә һауым тәүлегенә 100 литр ғына сыға. Һөттө Шишмә районының ауыл хужалығы кооперативы килеп ала. Киләсәктә һауымды арттырырға, малдар һанын 70 башҡа еткерергә ниәтләй эшҡыуар.
Шуныһы маҡтауға лайыҡ, Николай Ильясович бер эштән дә ҡурҡып тормай. Комбайнды, бесән сапҡысты, тракторҙы йүгәнләп кенә ҡалмай, ә йәш таналарҙы үҙе ҡулға өйрәтеп, һауа ла икән. Был эштәрҙә уға бер туған ағаһы Анатолий ярҙамлаша.
Әйткәндәй, Николай һәм Анатолий Ғилмияровтар Подлуб ауылына ата-әсәһе менән бергә егерме йыл элек Ҡаҙағстандан күсеп ҡайтҡандар.
- Бала саҡтан ҡурабыҙҙа икешәр һыйыр, күпләп һарыҡ, ат аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә торғайныҡ. Шуға күрә, ер эше һәм мал тәрбиәләү беҙгә яҡын, - ти Николай Ильясович.
Подлуб почта бүлексәһе начальнигы булып эшләүсе ҡатыны Ольга Николаевна һәм баш ҡалала иҡтисадсыға 1-се курста уҡып йөрөүсе улы Александр ҙа буш ваҡыттарында уға ярҙамлаша. Ике йәшлек кескәй ҡыҙы Анастасияны ла мал йәнле итеп үҫтерергә теләй Николай Ғилмияров. Иң мөһиме, беҙ тапҡан, үрсеткән малды, эшҡыуарлыҡты ҡалдырырға дауамыбыҙ бар, ти ул.
Фермер менән осрашҡандан һуң булдыҡлы кешеләр бар саҡта, буш торған фермаларға йән керер, өҫтәлдәребеҙ тәбиғи һөт ризыҡтарынан һәм иттән өҙөлмәҫ, тип ҡыуанып ҡайттыҡ.
Гөлсәсәк Бикҡужина.
Автор фотоһы.