Эшһөйәрҙәр емешен татый

Елена Лейтер фермерлыҡ эшенә 2018 йылдың декабрендә тотона. Барыһын да үҙ көсө менән башлай. Башта документация эштәре менән була, муниципалитеттан ҡуртымға ер ала. 2019 йылдың яҙында ҙур булмаған баҫыу ерҙәрендә бойҙай, ужым, арыш, арпа һәм көнбағыш сәсә. Элекке колхоздан ҡалған ферма биналарын да ремонтлай. Башта ит өсөн симменталь нәҫелле 100 баш эре мөгөҙлө мал һатып ала. Шулай уҡ фермерҙар өсөн булдырылған “Агростартап” гранты конкурсында ҡатнашып, 2019 йылда дәүләттән өс миллион һум аҡса алыуға өлгәшә. Уға 300 мең һум аҡса өҫтәп 55 баш тана һатып ала. Улар быҙаулап 150 башҡа етә. Итте Мәләүез ит комбинатына тапшыралар. 2020 йылда Елена Лейтер Петровский ауыл биләмәһенә ҡараған пай ерҙәрен дә һатып ала.

Ерҙең ҡәҙере ҡайҙа урынлашыуынан, майҙанының күпме булыуынан түгел, ә хужаһының уны яратыуынан һәм уға нисек мөрәжәғәт итеүенән тора. Ергә хөрмәт күрһәтелә икән, ул да бурыслы булып ҡалмай, киреһенсә, көҙ үҙ бәрәкәте менән ҡыуандыра ғына.

- Үткән йәй ҡоро һәм ауыр килде. Ашлыҡ әҙерләү буйынса ауырлыҡтар тыуҙы. Бының өсөн техника кәрәк булды. Шуға ла фермерҙарға ярҙам итеү маҡсатынан “Ғаилә фермаһы” республика программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Быйыл проект буйынса 24 421 720 һумға пресс-подборщик (пресслап йыйғыс), уңыш йыйыу комбайны һәм 150 баш тана алдыҡ, - ти йүнсел хужа.

Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. «Лейтер Е.А» крәҫтиән фермер хужалығы хужаһы ла тырыш хеҙмәтенең емештәрен татый, киләсәккә яңы уй-ниәттәр ҡора. Йылдан-йыл баҫыу майҙанын арттырыуға ирешә, табыш ингән һайын хужалыҡты үҫтереү яғын ҡарай. Хужалыҡта дүрт кеше эшләй: Урал Ғәлиев, Радмир Гутов, Александр Панов, Винер Халиҡов.

- Мин үҙ эшемдең емешен күрәм. Тормош иптәшем Геннадий Григорьевич та хужалыҡ етәксеһе булараҡ үҙенең кәңәштәре менән ярҙам итә. Барыһы ла алға бара икән, мин дә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Киләсәктә һауын фермаһын булдырыу, һөт етештереү теләге бар. Бының өсөн һауыу аппараттары, һыуытҡыстар ҙа кәрәк буласаҡ, - ти Елена Александровна.

Әлбиттә, фермер булыу, үҙ хужалығыңды тотоу - ауыр, тынғыһыҙ һәм сығымлы хеҙмәт. Тырышып, күп төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡандарға һоҡланмай мөмкин түгел. Улар етештергән ауыл хужалығы продукцияһын ауыл халҡы ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә яратып көтөп ала. Фермерҙарҙың ярҙамы менән ауыл хужалығы тармағы үҫер, нығыр тиергә нигеҙ бар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей