Донбассҡа – китаптар

Мәсетлеләр Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн төрлө йәшкә тәғәйенләнгән, төрлө жанрҙағы ике меңдән ашыу баҫма йыйҙы. Был хәйриә акцияһына “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлылар, активистар, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр ҡушылды. Күп һанлы китап һәм дәреслектәрҙе Мәсетле районы мәктәптәре тапшырҙы.

Оҙатыласаҡ баҫмалар араһында – мәктәп программаһы буйынса китаптар, дәреслектәр, рус классикаһы, хәҙерге Рәсәй авторҙары әҫәрҙәре, энциклопедия, ғилми-мәғариф йыйынтыҡтары. Балалар өсөн – ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс балалар әҙәбиәте, ә иң кескәйҙәр өсөн китап-уйынсыҡ, музыкаль китап һәм буята торған китап һайланды.
“Өйрәнегеҙ, уҡығыҙ, иң яҡшыһы хаҡында хыялланығыҙ! Беҙ һеҙҙең менән!”, – тип мөрәжәғәт итә Мәсетле районының өлкән класс уҡыусылары Донецк һәм Луганск балаларына.
“Балаларға төп тормош ҡиммәттәре хаҡында һөйләгән, фекерләүҙе үҫтергән, изгелек, кешеләргә ҡарата ихтирамға өйрәткән яҡшы китаптар уҡыу мөмкинлеге биреү мөһим. Ошо китаптар ярҙамында балалар буш ваҡытын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрер, яңы белем алып, үҫешә алыр”, – тип билдәләй райондың Йәмәғәт советы рәйесе Светлана Ғәлимова.
Бөтә китаптар ҙа ҡабул итеү пунктына тапшырылды һәм оҙаҡламай яңы уҡыусыларына ебәреләсәк.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей