Даны мәңгелек

Банат Хәйрулла ҡыҙы Батырова 1904 йылдың 16 декабрендә Өфө өйәҙенең (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) Иҫке Муса ауылында донъяға килә. Бала сағы ошо ауылда үтә. 1921 йылда Үтәгән ауылына кейәүгә сыға.
1932 йылдарҙа Башҡортостан ерендә беренсе тапҡыр шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп ҡарайҙар. Беренсе йылдарҙа артыҡ күп уңыш ала алмайҙар. Ерҙе дөрөҫ эшкәртергә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү юлдарын белергә кәрәк була. Беҙҙең ерҙә был яңы культураны үҫтереп булыуына ышаныс арта, һәм күпләп сәсә башлайҙар. 
Районда “Ҡарлыман” шәкәр заводы асылғандан һуң, сөгөлдөр үҫтереү тағы ла ҙурыраҡ ҡолас ала. Уны сәсеү һәм эшкәртеү звенолары ойоша. “Иҙел” колхозының Үтәгән ауылы кол­хоз­сыһы Банат Батырова өр-яңы эшкә тәғә­йенләнә - шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү бу­йынса звено башлығы итеп ҡуйыла. Рес­публикала был шундай тәүге звено була. “Иҙел” колхозы шул йылдың яҙында тәү башлап ике гектар сөгөлдөр сәсә. Зве­нолағы һигеҙ ҡатын, берәр сирек ер алып, эшкә тотона, ерҙе һөрөү, тырматыу, сә­сеүҙән тыш барыһы ла ҡул көсө менән баш­ҡарыла. Сөгөлдөрҙө көрәк менән сыға­рып, үҫтергән уңышты йыйып алалар. Тәүге йылды гектарынан өс центнер уңыш алына. 1939 йылдан алып һәр йыл уңышты арттыра барып, гектарынан 100 центнер алыуға ирешәләр. 1946 йылда был звено бер гектарҙан 502 центнер уңыш ала. 1947 йылда гектарынан 661,5 центнер алған өсөн Банат Батыроваға 1948 йылда Соцалистик Хеҙмәт Геройы исеме би­релә. Башҡортостанда ул ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙан беренсе соцалистик герой була. Шулай уҡ уны Ленин ордены менән дә бү­ләк­ләйҙәр. Уның звеноһынан өс кешегә - Ғәзизә Байгилдина, Әскапямал Хөсә­йенова, Фатима Хәсәноваларға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей