Дан һеҙгә, ауыл эшсәндәре!

Дан һеҙгә, ауыл эшсәндәре! Райондың аграр тармағы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Салауат районында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам тантанаһы үтте. Тармаҡ эшсәндәрен БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Рәшит Әхмәтшин, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов ҡотланы. Тантанала игенселәр, малсылар, һауынсылар, ветеринарҙар, умартасылар һ. б. фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн юғары дәүләт наградалары, район Хакимиәте Дипломдары, район Советы Почет грамоталары менән бүләкләнде, ҡиммәтле приздар менән дәртләндерелде. Агросәнәғәт комплексы системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Лаҡлы ауылы шәхси эшҡыуары Нәбиуллин В. В. хужалығы тракторсы-машинисы Ришат Мөтиғулла улы Хәлиловҡа Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы тапшырылды. Йыланыш ауылының Брагина Н. М.

КФХһы тракторсы-машинисы Василий Павлович Брагин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илдар Юрик улы Зәйнуллин (Лаҡлы ауылы), Закиров И. У. КФХ-һы малсыһы Урал Сабир улы Закиров (Яҙғыйорт), Солтанов И. И. КФХ-һы тракторсы-машинисы Илдар Рәмил улы Солтанов (Урмансы), “Таймый” агрофирмаһы водителе Денис Әнис улы Сөнәғәтуллин, КФХ башлығы Айрат Радис улы Шәмсетдинов (Әлкә), “Үҙәк” МТСның Дыуан филиалы тракторсы-машинисы Эдуард Рәфис улы Шиһапов, Лағыр ветеринар пункты мөдире Шаһиморат Энгель улы Яҡупов бүләкләнде

Һөнәри байрамда 2021 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы хужалыҡтар һәм хеҙмәт алдынғылары билдәләнде. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары араһында Йыланыш ауылының Артем Федоров КФХ-һы беренсе урын алды. Икенсе – Әлкә ауылының “Юлай” КФХ-һы (Дим Дәүләтшин), өсөнсө урынға Шәрип ауылының шәхси эшҡыуары Алик Рәжәпов КФХһы сыҡты. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе предприятиелар араһында Малаяҙ ауылының “Салауат” ҡулланыусылар кооперативы (етәксеһе – Денис Йосопов) еңеүсе булһа, район үҙәге шәхси эшҡыуары Наталья Роднинаға икенсе урын бирелде. Быйылғы уңыш йыйыуҙа “Иң яҡшы комбайнсы” булып Александр Горелышев (Рәжәпов А. И. КФХ-һы) танылды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей