Бында ысын ер улдары тәрбиәләнә.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы төбәктә юғары квалификациялы ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләү менән шөғөлләнгән, бай тарихы менән дан тотҡан төп уҡыу йорто булараҡ билдәле. Рәсәй Федерацияһының почетлы белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре Илдус Зәйнуллиндың оҫта етәкселегендә уҡыу йорто йылдан-йыл үҙенең эшмәкәрлегендә яңы бейеклектәр яулай, матди-техник базаһын нығыта, республика кимәлендә иң һөҙөмтәле эшләүсе коллективтар рәтендә һанала. Юғары квалификациялы эшселәр һәм урта звено белгестәре әҙерләүгә дәүләт етәкселеге тарафынан етди иғтибар бүленеүе һәм бында күптән түгел колледждарҙы модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелеүе уҡыу йортоноң икенсе һулышын асты. Бөгөн инде Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын танырлыҡ та түгел – бөтөн талаптарға яуап биргән бындай уҡыу йортон төбәктә табырмын тимә.
Ауыл хужалығы өсөн иң кәрәкле кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорто булараҡ, һуңғы осорҙа бында колледждың 260 гектарҙы биләгән ер участкаһында ауыл хужалығы культуралары үҫтереү, студенттарҙы сәсеү, урып-йыйыу эштәренә йәлеп итеүгә иғтибар бермә-бер артты. Буласаҡ белгестәр тейешле теоретик белем алып ҡына ҡалмай, ә ауыл хужалығы кампанияларында механизатор булып ҡатнашып, игенсе һөнәрен үҙләштерә, тәүге тәжрибәләрен туплай. Производство белемен әсе тир түгеп ялан шарттарында алған студенттың киләсәктә шәп белгес булып китеренә өмөт ҙур.
Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы коллективы лайыҡлы ҡаршы алды: мәлендә орлоҡ материалы тупланды, ул тейешле кондицияға еткерелде, техника-агрегаттар әҙерлек һыҙығына баҫтырылды.
Сәсеү майҙандары структураһын 150 гектар бойҙай, 70 гектар һоло, 40 гектар арпа тәшкил итеп, бөгөн кампания аҙағына яҡынлаша. Баҫыу эштәренә ҡамыл сәскестәре менән Т-150 К, ДТ-75, сәсеүлектәрҙе тырматыу һәм катуклауға МТЗ-80 тракторҙары йәлеп ителгән. Производство белеме биреү мастеры Виталий Фуников, механик-водитель Айнур Зарипов, 21-се төркөм студенттары Морат Маракин, Нургиз Мөхәмәтйәнов, Булат Йәнгилдин, Юлдаш Ҡаһарманов, Илнар Әхмәҙин, Фәнүр Байтимеров, Кирилл Гуров, Сергей Сухов үҙҙәрен баҫыу батырҙары итеп танытты. Механик Фәнил Әхмәровтың тырышлығы менән сәсеү барышында өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы. Ҡарауылсы Фәнил Аҡбулатов үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡара. Әйткәндәй, баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан студенттарҙың барыһы ла тракторсы-машинист танытмаһына эйә.
Яҙғы баҫыу эштәрендә ерҙе тейешенсә эшкәртеүгә, кәрәкле технологияларҙы файҙаланыуға һәр саҡ етди иғтибар бүленә һәм был үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Уҡыу йорто ауыл хужалығы культураларынан йыл да мул уңыш үҫтереп ала, быйыл да яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итә. Әммә ҡалаға яҡын ауылдарҙың йылҡы малының сәсеүлектәрҙе тапауы уңышҡа ҙур зыян килтерә. Был тәңгәлдә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси хужалыҡтарға уйланырға урын етерлек.
Алған белемде практикала нығытыу, хеҙмәт тәрбиәһе үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай – Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында белем эстәгән студенттар ысын мәғәнәһендә һайлаған һөнәрен, ерҙе яратып үҫә һәм был бик ҡыуаныслы.

Автор: Азамат Мөхәмәтшин.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей