БҮЛӘЛӘРЕ АТАЙ БУЛҒАН!

Прапрадедушка башҡортса нисек була икән? Ҡартҡартҡартаймы? Аҡъюлов Йәғәфәр олатайға ҡарап уны шул тиклем “ҡарт-ҡарт-ҡарт” тип әйтмәҫһең. Фирҙәүес инәй ҙә ҡартҡартҡәрсәй (прапрабабушка) булһа ла, түрҙә генә тик ултырмай, ә өй эсендәге бар эште теүәлләп йөрөп ята, тип хәбәр итә "Киске Үрген" төркөмө. - Эйе, Алла бирһә, быйыл 88-әр йәш тултырыусы, алдағы йыл бергә тормош көтөүҙәренең 70 йыллығын билдәләйәсәк был мөләйем, яғымлы пар яңыраҡ бүләләренең (правнук) атай булыуын ишетеп ҡыуанды. Әлеге көндә Омск ҡалаһында Рәсәй Армияһы офицеры булып хеҙмәт итеүсе Радмир Алдаҡов ауылдағы бик күп туғандарын Батыр исемле малайы тыуыуы менән ҡыуандырҙы.

Йәғәфәр Таһир улы ла тик ултырмай, йәй көнө тимер-томор менән булыша, өй тирәһен ҡарай, ҡыш ҡар көрәй, магазинға йөрөй. Уларҙың өйөнә инһәң, тиҙ генә сығырмын тимә. Сәй ҡуйып, ауыл хәлдәрен һорашып, үҙҙәренең бай тарихлы тормошон һөйләп, кәйефеңде көйләп сығаралар.
Йәғәфәр олатай менән Фирҙәүес инәй икеһе лә һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорҙоң әсеһен ныҡ татығандар. Йәғәфәр олатай үҙе кеүек 12-13 йәшлек тиҫтерҙәре (Ейәнбирҙин Бикбулат, Ҡолдәүләтов Ишмөхәмәт, Аҡсурин Ишмөхәмәт) менән һабанға егелгән үгеҙ ҡыуыуҙары, яҙ етһә, ҡаҡы-ҡуҙғалаҡҡа туйынып ҡалыуҙары тураһында ҡабаланмай ғына һөйләй. Эре кәүҙәле булғас, ун биш йәшенән уны урман ҡырҡыу эшенә – ашҡаяҡҡа ебәрәләр. 18 йәшендә өйләнеп, ҙур улы Ғүмәр тыуғас, ул армия сафына алына, 5 йылға яҡын шофер булып хеҙмәт иткәс кенә тыуған ауылына ҡайта. Оҙаҡ йылдар колхозда шофер, тракторсы, ашнаҡсы, мәктәптә завхоз булып эшләй.
Аҡъюловтар 4 улға, 2 ҡыҙға ғүмер бирәләр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике улдары был донъянан китеп барҙы). Ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең аныҡ ҡына иҫәбен әйтмәһәләр ҙә, минең иҫәп буйынса уларҙың һаны 40-тан арта.
Бына ошондай оло “күстең” хәстәре менән генә түгел, ауылдағы барлыҡ кешене лә ҡайғыртып көн күрә Фирҙәүес һәм Йәғәфәр Аҡъюловтар. "Ауылдаштарығыҙға әйтер һүҙегеҙ ниндәй?" тигән һорауға инәй менән олатай бер ауыҙҙан барыһына ла һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә йәшәһендәр, эскелектән ары торһондар, - тип теләк теләнеләр. Уларҙың үҙҙәренә лә сәләмәтлек теләп, гел ошолай теремек, ихлас булып оҙаҡ йәшәгеҙ, тип әйтәбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей