БӘПЕМБӘНӘН - ҠАЙНАТМА
БӘПЕМБӘНӘН - ҠАЙНАТМА
Әле ялан-ҡырҙарҙа бәпембәнең гөрләп сәскә атҡан сағы. Ҡояш сатҡылары ише ерҙе биҙәгән был йомшаҡ ҡына һары сәскәләрҙең матур ғына түгел, шифалы ла икәне барыбыҙға ла мәғлүм.
Тап ошо мәлдә бәпембә балы эшләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Уның рецепттары бик күп һәм киң таралған. Әммә асылда барыһы ла бер самаға ҡайтып ҡала: 400 самаһы бәпембә сәскәһен йыйып, 1 литр һыуҙа ярты сәғәт самаһы ҡайнатып һөҙөргә. Ошо ҡатнашмаға самалап лимон кислотаһы йәки бер лимон турап һалып, бер килограм шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 40-45 минут самаһы ҡайнатырға. Әгәр бал эсендә лимон киҫәге булыуын теләмәһәгеҙ, ҡайнау барышында уны һөҙөп алырға мөмкин. Ҡалдырһағыҙ ҙа зыяны юҡ, лимон ҡайнатмаға үҙенсәлекле тәм генә өҫтәйәсәк.
Тағы ла бер мөһим шарт: балға әсе тәм бирмәһен өсөн йыйылған сәскәләрҙе бер тәүлек һалҡын һыуҙа тоторға кәрәк. Шулай уҡ икенсе ысул да бар: йыйып алыу менән сәскәнең төптәрен алып ташлап, ҡайнатма өсөн тик һары өлөшөн – таждарын ғына ҡулланырға мөмкин. Был осраҡта бәпембәне һыуҙа тоторға кәрәкмәйәсәк.