Борондан килгән һөнәр ауылдаштарымды данлай

Башҡорт халҡы элекэлектән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Көҙән ауылында ла был һөнәрҙең үҙ оҫталары бар. 1936 йылда урта хәлле, байыраҡ йәшәгән крәҫтиән ғаиләләренең умарталарын алып колхозда умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар.

Колхозда иң тәүге умартасы булып Вәлитов Нурмөхәмәт, Ғүмәров Ғәли эшләй башлай. Аҙаҡ улар рәтенә Йәрмөхәмәтов Хажый, Дилмөхәмәтов Минеәхмәт, Рәшитов Әхәт, Ғөбәйҙуллин Абдрахман ағайҙар ҡушыла. Улар һәр береһе умартасылыҡта 20-25-шәр йыл тир түккән. Ә иң оҙаҡ умартасы булып эшләгәне Миһранов Абдрахман ағай була.

Абдрахман Әбдрәхим улы 1931 йылда икенсе бала булып донъяға килә. Ишле ғаиләлә өс ҡыҙ, өс малай үҫәләр. Һуғыш башланғанда уға ни бары 10 йәш кенә була. Атаһы Әбдрәхим башҡа ир-егеттәр менән бер рәттән Ватанды фашистан һаҡларға китә. Санитар була ауылдашыбыҙ, 1944 йылда яралыларҙы ташып йөрөгәндә немец снайперынан һәләк була. Абдрахман ауылда 7-се класты уңышлы тамамлағандан һуң Бөрө ҡалаһында умартасылар мәктәбендә һөнәр ала. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, күрше Петровский ауылында дарыу үләндәре йыйыу пунктында эш башлай. Күп тә үтмәй, колхоз председателе Низамов ағай килеп, уны колхозға эшкә саҡыра. Ололар һүҙен йыҡмай, 1956 йылдан Абдрахман Әбдрәхим улы колхоз умартасыһы булып эшкә тотона. Ул ваҡытта “Шишмә” колхозында дүрт умарталыҡ була.

1957 йылда ул күрше Алмалы ауылы һылыуы Фәхриева Рәйсә Зәки ҡыҙына өйләнә. Мөхәббәт емештәре булып улдары , ҡыҙҙары тыуа. Хәҙер һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп еткән.

Абдрахман Әбдрәхим улын эшендәге уңыштары өсөн 1973 йылда Мәскәүгә Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә ебәрәләр. Республика буйынса умартасылар ярышында 1974-1975, 1984 йылдарҙа беренсе урындар уныҡы була! Хөрмәтле ауылдашыбыҙ 1992 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Әммә ул үҙенең яратҡан шөғөлөн ташламай, мәктәптә егет-ҡыҙҙарҙы умартасылыҡ серҙәренә өйрәтте. Уның уҡыусыларының күбеһе әле лә умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә, ҡорт ҡарай. Әле уйлап ҡараһаң, мәктәптә халҡыбыҙға хас шөғөл буйынса белемдәр биреү нисек дөрөҫ булған!

Ә колхозда Абдрахман Әбдрәхим улының эшен Ишмөхәмәтов Илшат дауам итә. Өфөлә Михайловкала ике йыл умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеп ҡайтып, ҡатыны Айгөл менән эшкә тотоналар. Хәҙер инде улдары Айнур, Илназ да тәжрибәле умартасылар. Илшат ағай ҙа, улы Айнур ҙа умартасылар конкурстарында уңышлы ҡатнашып, дипломдар яулап киләләр.

Шәхси хужалыҡтарға килгәндә, ауылыбыҙҙа иң күп умарта тотҡан 25 ғаилә бар. Быйылғы мәғлүмәттәргә күҙ һалып, биләмәлә 365-ләп баш умарта иҫәптә тороуын әйтә алабыҙ. Көҙән балын үҙебеҙҙә генә түгел, сит яҡтарҙа ла беләләр, заказдар биреп һатып алалар. Балы татлы булһа ла, бал ҡортон тәрбиәләү ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ һәм әлбиттә, бал ҡортондай егәрлелек талап итә. Ошо сифаттарға эйә булған умартасыларыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, балдай татлы тормош, күстәренең ишле, табыштарының мул булыуҙарын теләйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей