Бигәнәй ауылы уңгандары
14 мая 2022
Бигәнәйҙә тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә ғүмер иткәндәр, ниндәйҙер сәбәп менән ауылына оҙаҡ ҡайтмағандарҙы бала саҡтағы һымаҡ байрам тағы бергә йыйҙы.
Был төбәктең ир-егеттәре уңған, эште ҡойоп ҡуйғандай итеп башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыуға маһир. Ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге ризыҡтарҙың төрлөлөгөнә иҫең китерлек. Милли аҙыҡтарыбыҙ мул итеп өйөп һалынған: ул баллы сәк-сәк тиһеңме, татлы бауырһаҡ тиһеңме, телеңде йоторлоҡ бәлештәр, ҡорот, ит ризыҡтары, – барыһын да табып була ине ул көндө. Ә мөһиме, ҡабарып бешкән икмәге - игене үҙебеҙҙең ялан-ҡырҙа тирбәлгәнгәме -телеңде йоторлоҡ тәмле ине.