Бигәнәй ауылы тарихы

Быйыл Бигәнәй ауылы төҙөлөүгә 280 йыл тулды. 1741 йылда Темәнәй Ишемкәев,Ишбулат Әлмәтов,Ғосман Ҡотлин,Әптекәй Бикмәтов,Арыҫлан Йүлкәев,Бикәй Ишкәков ер алып Өйә йылғаһы буйына килеп төпләнәләр . 1748 йылда -30 кеше,1795 йылда-93, 1816 йылда - 92, 1834 йылда -134, 1859 йылда -203, 1920 йылда -412 кеше йәшәй.1842 йылда 26 хужалыҡта 40 баш ат, 68 баш һыйыр, 26 баш һарыҡ, 33 баш кәзә иҫәпләнә. Ауылдың 2 һыу тирмәне була.Өйә йылғаһының икенсе яғында 1860 йылдарҙа Иҫке Ҡангилде ауылынан айырылып сығып Яңы Ҡангилде төҙөлә. 19 быуаттың урталарында Яңы Ҡангилде Бигәнәй ауылына ҡушыла.. Ауылда ныҡлы тамыр йәйеп, төпләнеп ҡалыусыларҙан Ишемкәй улы Тәмәнәй нәҫеле була. Ауылда 1891 йылда мәсет төҙөлә.Мәсеттең указлы имамы һәм мөғәлиме Хужахрар Ғилметдинов, указлы имамы һәм мөғәлим Нурлығаян Мәхүбғәлиев( Герой атаһы) мөәзине һәм мөғәлиме итеп Әхмәтзариф Тимершин һайлана. Архив документтарынан күренеүенсә Яңы Ҡангилде мәсетен 1906 йылдарҙа Мәғедән Сәйетғәлиев,Ғәбделхаҡ Ғәбделхалиҡов,1909 йылдарҙа Вәлимөхәммәт Шакирйәнов,Ғәйнеғалим Мөхәмәтдиновтар етәкләй. 1921 йылда Яңы Ҡангилде мәсете яндырыла. Заман шауҡымдары менән Бигәнәй мәсетенең манараһы киҫелеп,унда клуб эшләйҙәр. Әммә клуб итеп ҡоролған мәсеттә ут сығып тулыһынса янып бөтә.1741 йылдан башлап ныҡлы тамыр йәйеп, төпләнеп ҡалған Темәнәй нәҫеленең(Килгәндә 9 улы була) Бигәнәй ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәдир Нәғим улы тарафынан шәжәрәһе эшләнгән(Ул да ошо нәҫелдән).Ул бөгөн дә эҙләнеүҙәр алып бара, тарих менән ҡыҙыҡһынып, уны халыҡҡа еткерергә тырыша. Ауылдың ғорурлығы булған Советтар Союзы Геройы Сәхиб Нурлығаян улы Майскийҙың (Мәхүбғәлиев) был ауылда тыуып үҫеүе, кескенә Бигәнәйҙән 130-ҙан артыҡ ир-егеттәрҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы, тыуған ил азатлығы өсөн көрәшеүе ,тарих биттәрендә бик күп нәмә тураһында һөйләй.

Кадир Халиков

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей