Бәхетле ҡартлыҡ – яҙмыш бүләге

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йөҙөнөң матурлығын, һөйк­өм­лө­лөгөн юғалтмаған, яғымлы­лыҡ­тары менән тирә-яҡтағыларҙы үҙенә йәлеп иткән кешеләр була. Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе Миндинә Әбсәләмова ла нәҡ шундайҙарҙың береһе. 

Миндинә Мансур ҡыҙы 1934 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ауыр йылдар - өҫкә кейергә кейем, ашарға ризыҡ булмай. Ләкин Миңлекамал, Миңлеямал апайҙары, Ғәбделбарый ағаһы һәм Миндинә бер-береһенең кейемен кейеп, бер-береһенә ярҙамлашып үҫәләр. Һуңынан ғаиләлә Ра­зия һәм Рәмзиә исемле ҡыҙҙар тыуа. 
Һуғыш башланыу менән аталары Ман­сур Әхмәтйән улы тәүгеләрҙән булып фронтҡа китә. 
- Әсәйебеҙ итәк тулы бала менән тороп ҡалды. Ләкин ул көслө рухлы, бик үткер һәм уңған ҡатын ине, бер эштән дә ҡурҡып торманы. Беҙҙе ас-яланғас итмәҫ өсөн көнө-төнө тырышып эшләне, – тип һүҙ башланы Миндинә Мансур ҡыҙы. – Кескенә сағымда әсәйгә эйәреп урман-ҡырҙарға барып, ҡуҙғалаҡ, үлән, еләк йыйып ҡайтҡанымды әле лә хәтерләйем. Үҙе ас булһа ла, һуңғы өлөшөн беҙгә - балаларына бүлеп бирә ине. Ялан аяҡ йөрөп, серек бәрәңге, алабута һәм кесерткән ашап үҫтек. Һуғыш бөтөп, ата­йығыҙ ҡайтыр, тыныс тормош башланыр, туйғансы ашарбыҙ, тип әсәй беҙҙе тыныс­ландыра ине. Йылдар ауыр булыуға ҡара­маҫтан, әсәй төшөнкөлөккә бирел­мәне, алты балаһын да иҫән-имен үҫтерҙе. 
Ниһайәт, һуғыш тамамлана, фронтҡа киткән ир-егеттәр әкренләп ҡайта башлай. Мансур Әхмәтйән улы тыуған яғына 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. 
- Атай ҡайтҡас һөйөнөсөбөҙҙөң сиге булманы. Ул йылды бәрәңгебеҙ уңды. Ата­йымдың быны күреп, бәрәңге шау сәскәлә ултыра, тимәк, асҡа үлмәҫбеҙ, тигәне иҫтә. Ләкин шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы, һуғышта алған яраларҙан атайыбыҙ фани донъянан китеп барҙы. Бер аҙ ҡул араһына инеү менән Миңлекамал, Миңлеямал апайымдар, Ғәбделбарый ағайым да эшкә сығып, әсәйемә ярҙам итә башланылар. Улар тапҡан һәр телем ризыҡты шөкөр итеп, бүлешеп ашаныҡ. Утынға сана менән Тауһеңер урманына йөрөй инек. Аяҡта – сабата, өҫтә - йыртылып бөткән бишмәт. Унда ла гел генә юлдар уңмай, урмансы осрап, йә сананы, йә утынды алып ҡала. Йәшем еткәс, мәктәпкә уҡырға төштөм. Яҙырға ҡәләм юҡ, ҡаурый менән ҡараға манып яҙа инек. Ҡайтып инеү менән колхозға эшкә йүгерәбеҙ, кистәрен лампа яҡтыһында дәрес әҙерләйбеҙ. Әсәй ҡайтыуға ашарға бешереп, баҡса утап, иҙәнде ҡырып йыуып ҡуя инек, - ти Миндинә әбей хәтирәләргә бирелеп. 
Дүртенсе кластан һуң ҡыҙға уҡыуын ташларға тура килә - колхозға эшкә сыға. Димләп килеүселәр булһа, ла, әсәләре башҡа кейәүгә сыҡмай. Бөтмөр ҡатын санаға тоҡ менән бәрәңге һалып, Өфөлә уны онға йәки ярмаға алыштырып ҡайта, ҡыш­ҡылыҡҡа тип ер еләгенән, баландан ҡаҡ ҡоялар. 
Шулай итеп, Миндинә һылыу ҡыҙ булып буй еткерә. Ағаһы Ғәбделбарыйҙы әрме хеҙмәтенә алалар. Ул Бишауыл-Уңғар ауылынан булған Рөстәм исемле егет менән Свердловскиҙа бер часта хеҙмәт итәләр. Бер аҙҙан һуң яҡташ егеткә отпуск биреп, тыуған яғына ҡайтырға рөхсәт бирәләр. Ғәб­делбарый: “Беҙгә барып, әсәйемдең, апай-һеңлеләремдең хәлен бел, минән сәләм әйт”, - тип үтенә. Шул килеүендә Рөстәм Миндинәне күреп ҡала һәм ғашиҡ була. Ҡыҙ уның йөрәген яулай. Егет хеҙ­мә­тен тултырып ҡайтыу менән уға яусы ебәрә. 
- 1955 йылдың май айында туй үткәрҙек. Мин кашауай санаға ултырып, Бишауыл-Уңғар ауылына килен булып төштөм, - ти ул. 
Тормошонан уңа Миндинә. Рөстәм механизаторҙар курсында уҡып, колхозда тракторсы булып эш башлай. 
- Ирем һәйбәт кеше ине. Гармунда ла, скрипкала ла уйнай белде, бейергә лә оҫта булды. Мейес тә сығарҙы, ағас эшен яратты. Ул яһаған өҫтәл-ултырғыстар әле булһа һаҡлана. Колхозда алдынғы трактор­сыларҙың береһе булды, ауыл Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайланды. Бик татыу йәшәнек, биш балаға – бер ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бирҙек. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көттөк. Ғүмеребеҙ эш менән үтте, нимә ҡушһалар, шуны эшләнек. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ирем 51 йәшендә генә фани донъянан китеп барҙы, - ти әңгәмәләшеүсем. 
Бөгөн уҙамандың балалары һәр береһе үҙ тормоштары менән йәшәй. Мәҙинә һәм Гөлсинә ғаиләләре менән Өфөлә, Гөлнара Олокүлдә, төпсөк ҡыҙы Резеда Һәүәләйҙә йәшәй. Өлкән улдары Рәсихтың ғына ғү­мере ҡыҫҡараҡ була. 
Мәҙинә әбей бөгөнгө тормошонан бик кәнәғәт – балаларының иғтибарын, ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтен тойоп йәшәй. Урыны түрҙә: әле бер, әле икенсе балаһына барып ҡунаҡ була, барлыҡ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә лә изге теләктәрен теләп, доға уҡып ултыра. 
Оло йәнле был кешенең йөрәк йылыһы балаларына, яҡындарына етерлек әле, Хоҙай иҫәнлектән генә айырмаһын. 
Венера Бакыева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей