“Беҙҙең Салауат батыр”

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һанаулы ғына көндəр ҡалды. Уйлап ҡараһаң, 75 йыл байтаҡ ҡына ғүмер, 75 йыл халыҡ тыныс тормошта йəшəй. Илебеҙ азатлығы өсөн, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы 1418 тəүлек буйына бер минутҡа ла туҡтамай барған ҡаты һуғыштарҙа, Бөйөк Еңеүҙе яулауға үҙ өлөшөн индермəгəн ғаилə булмағандыр. Кемдəрҙер ҡот осҡос һуғышта ҡатнашып, кемдəрҙер тылда бик ауыр эштəр башҡарып, ғүмерҙəрен аямай Еңеү көнөн яҡынайтҡан. Ул замандарҙа
кешелəрҙə патриотизм шул тиклем көслө, илһөйəрлек тойғоһо, берҙəмлек, дуҫлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ хайран ҡалырлыҡ булған! Шуға күрə халҡыбыҙ еңеп сыҡҡан да инде ул Беҙҙең һалдаттарыбыҙ Европа ерҙəрен дə фашистарҙан азат ит-
кəндəр. Йылдар үтə, ғүмер үтə, бөтə донъяла тормош ныҡ үҙгəрештəр кисерə. Ҡайһы бер илдəрҙə һуғыш еңеүселəренə ҡуйылған һəйкəлдəр вəхшиҙəрсə емерелə, батырҙарға мыҫҡыл итеп ҡарайҙар. Ғөмүмəн, улар тарихты үҙ файҙаларына
ярашлы итеп яҙа башлаған. Ҡот осҡос хəл бит был. Хəҙер һуғыш ветерандары ла һанаулы ғына ҡалды. Мəҫəлəн, Аҡһары ауылында һуғыш ветерандары күптəн инде мəрхүмдəр, тыл ветерандары ла өсəү генə ҡалды. Шуның өсөн беҙ, һуғыштан һуң тыуған бала-
лар, үҙебеҙҙең балаларға, ейəн-ейəнсəрҙəргə, бүлə-бүлəсəрҙəргə был турала һөйлəп, аңлатып, яҙып ҡалдырырға тейешбеҙ тип уйлайым. Тере һуғыш яугирҙарын күреп, улар һөйлəгəндəрҙе ишетеп, тыңлап үҫтек бит беҙ. Элек мəктəптəрҙə ветерандар
менəн осрашыу кисəлəре үткəрелеп торҙо, тарихи китаптар ҙа күп уҡыла ине. Яҙмыштарҙа ил тарихы тип юҡҡа ғына əйтмəйҙəр. Үткəн һуғыш йылдарында йəшəгəн быуын кешелəренең һəр береһенең яҙмышы ауыр һəм аяныслы булған. Һəр береһе-
нең тормошон китап итеп яҙырлыҡ. Бына мин дə һуғыш ветераны балаһы, атайым Сəлихов Сəлим Хафиз улының яҙмышы тураһында яҙып үтергə булдым. Атайыбыҙ 1921 йылда Көйөргəҙе районы Аҡһары ауылында ябай крəҫтиəн ғаилəһендə донъ-
яға килə. Илебеҙҙə колхоздар ойошторола башлағас, алдынғы ҡарашлы йəштəр, Аҡһарынан йыраҡ түгел Шишмə тигəн ауылға күсеп колхоз ойошторалар. Атайҙың атаһы, Хафиз ҡартатай ошо актив йəштəрҙең береһе булған да инде.
Был ваҡытта улына 9-10 йəш тирəһе саҡ. Билдəле яҙыусы Шəйехзада Бабич хөрмəтенə ауылға тəүҙə Бабич исеме бирелə, һуңынан ул репрессияға элəккəс, ауылды Шишмə тип үҙгəртəлəр. 70-се йылдар аҙағында был ауыл бөтөрөлөү алдынан, 1966
йылда атайым ғаилəһе менəн Аҡһарыға күсеп ҡайта. Һуғышҡа тиклем атайым Мораптал урта мəктəбенең 7 класын “4” һəм “5” билдəлəренə генə тамамлап, Хəйбулла районында шоферҙар курсын уҡып, шофер эшен башларға өлгөрə.
Һуғыш башланғас, башта Балтик буйынан Стəрлетамаҡҡа күсерелгəн пехота училищеһында əҙерлек курстарын үткəн. Һуғышҡа ул 1941 йылдың көҙөндə, немец фашистары ҡотороноп, Мəскəүгə һөжүм иткəн көндəрҙə аяҡ баҫа. Атайым 29-сы уҡсылар
дивизияһы составында танктарға ҡаршы мылтыҡтан атыусылар (ПТР)отделениеһы командиры вазифаһын-да яуға инə. Мəскəү эргəһендəге бикҡаты барған һуғышта ауыр яраланып,дүрт ай госпиталдə ятып, дауаланыпсыға. Һауыҡҡас десант командаһына
алына. Уны Горький, хəҙерге Нижний Новгород ҡалаһына, танкист, механик-водителдəр өсөн тиҙлəтелгəн (4 ай эсендə) курсҡа уҡырға ебəрəлəр.Ул механик-водитель һөнəренə лə эйə була. Артабан һуғыш юлдары уны 10-сы Урал танк корпусына ингəн, 4-се
гвардия танк армияһына илтə. Был осорҙа ул Суворов һəм Кутузов ордендарына лайыҡ булған. Атайым Сталинград янындағы Курск дуғаһында барған ҡаты алыштарҙа, Украина ҡалаларын азат итеүҙə, Львов һəм Висла-Одер операцияларында, Че-
хославакияның баш ҡалаһы Праганы азат итеүҙə ҡатнашып, данлыҡлы Т-34 танкыһы менəн Берлингə тиклем барып етə. Ҡайһы саҡ Урал корпусының артиллерия етəксеһе генерал Красовецкийҙы ла үҙ танкында йөрөтөргə тура килə уға. Танкты оҫта
йөрөткəне һəм ҡурҡыу белмəҫ ҡыйыулығы өсөн атайымды командирҙары “беҙҙең Салауат батыр” тип хөрмəт итə. Һуғыш ваҡытында Коммунистар партияһы сафына ла теркəлə. Тыуған яҡтарына атайым 1946 йылдың йəйендə генə ҡайта. Һуғышта
күрһəткəн батырлыҡтары өсөн «Ҡыҙыл байраҡ», «Ҡыҙыл йондоҙ»,«2-се дəрəжə Бөйөк Ватан һуғышы»ордендары менəн, 2 тапҡыр «Батыр-лыҡ өсөн», «Хəрби хеҙмəттəре өсөн»,«Мəскəүҙе обороналаған өсөн»,«Праганы азат иткəн өсөн», «Берлин-
ды алған өсөн» һəм башҡа күп миҙал-дар менəн бүлəклəнгəн.Һуғыштан һуң атайыма Партия мəктəбенə уҡырға инергə тəҡдим итһəлəр ҙə ул риза булмай, сөнки өйҙə ул берҙəн-бер ир-ат була. Атаһы хеҙмəт армияһында үлгəн. Өйҙə ҡарт
əсəһе, апаһы һəм һеңлеһе генə ҡала. Ауылда емерек хəленə килгəн хужа-лыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырырға кəрəк бит. Атайым да ең һыҙғанып эшкə тотона. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда намыҫ менəн эшлəй ине. Ферма мөдире лə,
бригадир ҙа булды. Əммə уның техникаға булған һəлəте тынғы бирмəй. Ул механизатор булырға ҡарар итə. 1949 йылда комбайнсы һөнəренə уҡып, комбайнер булып эш башлай. Иң тəүгеһе РСМ-8, һуңынан СК-4 комбайндары булды. Уларҙа хəҙерге кеүек
компьютеры ла, кондиционерҙар ҙа юҡ ине, ҡара туҙан-саң йотоп, эҫе ҡояшта бешеп-янып эшлəргə тура килде уларға. Ураҡ ваҡытында төнгө сəғəт 1-гə тиклем эшлəп, иртəнге 5-тə тороп техниканы ҡарап, майлап, ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан тағы баҫыуға
китəлəр. Атайым 22 йыл комбайнер булып эшлəне. Ун йыл рəттəн район буйынса гел беренсе урында булды. 1952 йылда РСМ-8 комбайны менəн көнөнə 500-əр центнер, ə 1967-се йылда СК-4 менəн – 570 центнер иген һуғып алды. Ошо ваҡытта эшлəгəн
кешелəр Хөкүмəттең хөрмəтен күреп йəшəне. Атайымдың оҙаҡ йылдар намыҫлы, фиҙаҡəр хеҙмəтен юға-ры баһалап, 1967 йылда уға иң юға-ры награда, Ленин орденын бүлəк иттелəр. Ул замандарҙа бөтə ерҙə:яландарҙа, ырҙын табаҡтарында эш
ҡайнап торҙо. Кеше эшһеҙ торманы, беҙ, мəктəп балалары, йəйен-көҙөн– ырҙында ла, яланда ла, сөгөлдөр һəм картуф баҫыуҙарында ла эшлəп үҫтек. Яугир атайыбыҙға һуғыш яралары тынғы бирмəне, һаулығы насарланыу
сəбəпле икенсе эшкə күсергə тура килде. Колхозда иҫəп-хисап эшен алып барҙы, башҡа хеҙмəттə лə əүҙем ҡатнашты. Урындағы партия ойошмаһы менəн етəкселек итте. Йəштəр,мəктəп уҡыусылары араһында тəр-биəүи саралар алып барҙы. Төрлө
ҡалаларҙа үткəрелгəн, һуғышта бергə булған полкташтары менəн осрашыуҙарға ла йөрөнө ул. Хаттар алышып, иптəштəре менəн дуҫ булды атайым. Район, колхоз тип янып йəшəне. Заманына күрə алдынғы ҡарашлы, грамоталы, тура һүҙле, ғəҙел, үҙенə лə,
кешегə лə үтə талапсан, һəр эшкə яуаплы ҡараған кеше ине. «Почетлы колхозсы», «Хеҙмəт ветераны» наградалары, шулай уҡ күп маҡтау ҡағыҙҙарын да алды.Атайыбыҙ əсəйем (Яманһары ауылынан) Тəкмилə Шəйəхмəт ҡыҙы менəн 57 йыл бергə ғүмер ит-
телəр. 4 балаға ғүмер биреп (əлеге көндə өсəүебеҙ иҫəн), беҙҙе матур итеп тəрбиəлəне улар. Əсəйем дə эшкə бик егəрле, тырыш булды. Тыл һəм хеҙмəт ветераны исемен йөрөт-тө. Тырышып фермала ла, балалар
баҡсаһында ла эшлəне, бесəнен дə сапты, гектарлап сөгөлдөр ҙə утаны.Беҙ ҙə уларға ҡулдан килгəнсə эшлəшеп, ярҙамлашып үҫтек.Атайым бик оҙаҡ һəм ҡаты ауырығандан һуң 2003 йылда, ə əсəйем – 2006 йылда вафат булдылар. Беҙ
уларға мəңге рəхмəтлебеҙ, ғорурла нып иҫкə алабыҙ, йəндəре ожмахта булһын! Мин бөтə һуғыш һəм тыл ветерандары алдында баш эйəм, улар барыһы ла маҡтауға, хөрмəткə лайыҡлылар. Беҙ илебеҙ тарихын оноторға тейеш түгелбеҙ. Һəр замандың
үҙ ауырлыҡтары тыуып тора, тик сабыр, иҫəн-һау, берҙəм булғанда ғына барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп була. Башҡа бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын!
Роза БАЯЗИТОВА
Аҡһары ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей