Беҙҙең ғорурлығыбыҙ

Ғәлин Ғәйнислам Муллабай улы ла Еңеү яҙын килтергән ҡаһарман батырҙарҙың береһе

Минең атайым Ғәлин Ғәйнислам Муллабай улы ла Еңеү яҙын килтергән ҡаһарман батырҙарҙың береһе. Ул 1924 йылдың 2 октябрендә Ҡаҙанғол ауылында тыуған.

Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары баҫып ингәс, ауылдағы ир-егеттәрҙе фронтҡа ала башлайҙар. Улар берәмләп тә, төркөм-төркөм булып та китә. Ҡатындары, ғәзиз балалары, туғандары менән хушлашыу минуттары бик тә тетрәндергес була, илашыуҙар, дошманға ләғнәт яуҙырыуҙар йөрәкте өҙгөс минуттарға әйләнә...

18 йәшен тултырған улын әсәһе Ғәлина Маһира Мәүлийәр ҡыҙы 1942 йылдың көҙөндә фронтҡа оҙата. Ул артиллерист – минометсы булып хеҙмәт итә. Кесе сержант званиеһын йөрөтә. Бик күп ҡалаларҙы, ауылдарҙы дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша, төрлө йәрәхәттәр ала.

Яугир 1947 йылдың көҙөндә тыуған ауылына ҡайта. Ауылдаштары менән бергәләп күмәк хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һала. Һуғыш юлдарын үткән, дошман менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан атайым тыныс тормоштоң ҡәҙерен белде, алһыуланып атҡан таңды, тонйорап батҡан  ҡояшты күреүенә ҡыуанып йәшәне. 

Яңы Япар ауылы һылыуы, тыл һәм хеҙмәт ветераны,  әсәйем Ғәлина Рәйсә Минеәхмәт ҡыҙы менән дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр.

Контузия эҙемтәләре атайымды 62 йәшендә генә беҙҙең аранан алып китте.

Бөйөк Еңеүгә лә 75 йыл тула. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Атайымдың да яҡты рухын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, ҡәҙерле  кешеләребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.   

 Әлеге ваҡытта мин дүрт бала әсәһемен, өләсәймен. Балаларым миңә ун бер ейән-ейәнсәр, ике бүләсәр бүләк иттеләр. Ошондай тыныс тормош бүләк иткән ил ҡаһармандарына, атайым менән әсәйемә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Ҡыҙы Рәсимә Минеәхмәтова – Ғәлина.

Ҡаҙанғол ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей