Беҙ әҙер!

Иҫке Отрадала бөгөн оло байрам: ауыл хужалығы эшселәренең семинары.  А 7 агро егеттәре техосмотрға тулыһынса әҙер, тип рапорт бирҙеләр. Бөгөнгө семинар техника һәм уларға тағылмалар тикшереү буласаҡ. 12 райондың инспекторы килде. 

А7 Агро хужалығының иң шәп механизаторҙары, бар эште лә еренә еткереп башҡаралар: Комиссаров Михаил менән Панферов Александр. Афарин, уңыштар һеҙгә, егеттәр, һеҙҙең барыһы ла уңышлы булһа, уңыш та һәйбәт булыр, тимәк, беҙ ҙә уңышлы булабыҙ. 

Ә эштәр башланып ҡына тора - алда йылдың иң мөһим мәле- сәсеү ваҡыты етә. Сара аҙағында, билдәле, бүләкләүҙәр булды. Ҡулдарҙы, ҡотлап, ирҙәрсә итеп, ҡаты ҡыҫтылар. Уңыштар һеҙгә, ялан батырҙары!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей