Беҙ бирешмəнек...

Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгə үҙҙəренең дə өлөштəрен индергəн атайым Искəндəров Ғарифулла Мөхəммəтхужа улы һəм əсəйем Искəндəрова Зəйтүнə Садиҡ ҡыҙы тураһында яҙам. Атайым 1917 йылдың 17 сентябрендə Урта Бабалар ауылында тыуған. Бала сағы еңелдəн булмай уның, бик иртə əсəһен юғалта. 1928-1940 й.й. ауыр репрессия, коллективлаштырыу йылдары... Үҙенең егəрлелеге менəн етеш тормошта йəшəгəн атаһы Искəндəров Мөхəммəтхужа Йософ улына, “кулак” мөһөрө һуғылып, ғаилəһе менəн Нуриман районындағы Красивая Поляна тигəн ергə һөргөнгə ебəрелə. Улар унда ағас əҙерлəү һəм йорттар төҙөү менəн мəшғүл булғандар. Урман эсендəге буш яланда золом ҡорбандары хеҙмəте менəн ауыл барлыҡҡа килгəн. Аслыҡ, бик күп үлем осраҡтары, медицина юҡ кимəлендə... Атайыма ул ваҡытта ни бары 11 йəш була. Олатайыбыҙ улын иҫ киткес ауырлыҡтарҙан ҡурсалау ниəтендə, 13 йəшлек Ермолаевка малайына эйəртеп (əйтеүенсə, фамилияһы Малбаев) тыуған яғына - Көйөргəҙе районына ҡайтарып ебəрə. Аҙыраҡ юлда ашарлыҡ аҙыҡ туплап, аслытуҡлы, ауылдарҙа туҡтай-туҡтай, йəйəүлəп, ҡайтып етəлəр малайҙар. “Яҡшы кешелəр осрап торҙо, ҡайһы берҙəре йоҡларға индереп, ашатып ебəрҙелəр, шулай ҙа кеше күҙенə бик салынырға тырышманыҡ”, - тип һөйлəгəне иҫемдə атайымдың. Шулай итеп тыуған ауылы Урта Бабаларға ҡайтып етə, атаһы менəн башҡаса күрешергə насип булмай уға. Туғандары ярҙамында буй еткерə. Əйткəндəй, 2019 йылда Нуриман районының Красивая поляна ерендə, ғəйепһеҙ золом ҡорбандары иҫтəлегенə, урындағы эшҡыуарҙар һəм битараф булмаған золом ҡорбандарының улдары һəм ейəндəре ярҙамы менəн таҡтаташ асылған. 1941 йылдың июнендə Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атайым да август айында фронтҡа алына. Балтика флотының 6-сы диңгеҙ пехотаһы бригадаһында пулемётсы булып хеҙмəт итə. 1943 йылдың сентябрь айында ҡаты яраланып госпиталгə элəгə һəм яралары уңалмағас, демобилизациялана. Тыуған иле алдындағы бурысын намыҫлы үтəп, юғары хəрби исемдəргə, наградаларға эйə булмаһа ла, миҙалдары бихисап уңың. Əсəйем Искəндəрова Зəйтүнə Садиҡ ҡыҙы 1924 йылдың 1 мартында Түбəнге Бабалар ауылында тыуған. Əсəһе Мөҡминшина Фатима Абдулла ҡыҙы 5 баланы яңғыҙы тəрбиəлəп үҫтерə. Атаһы Мөҡминшин Садиҡ Сəлих улы Түбəнге Бабалар ауылында “Чалкар” колхозы ойошторолғас, колхоз рəйесе булып эшлəй. Ырымбур ҡалаһына йөк машинаһында, сəсеүгə тары орлоғо эҙлəп китə, шул китеүҙəн əйлəнеп ҡайтмай, фажиғəле һəлəк була. Ырымбурҙағы туғандары тарафынан шунда ерлəнə. Транспорттың юҡ ваҡыты, өлəсəй ерлəргə бара алмай, сөнки ҡулында əсəйемдең һеңлеһе Зəкиə апайыбыҙға ни бары 6 ай ғына була. Шулай итеп, атайһыҙ ҡала 5 бала. Өлəсəйем балаларын ас-яланғас итмəҫ өсөн бөтə көсөн һала. Балалары үҙҙəре лə тырыштар, эш һөйөүсəн булып үҫəлəр. Əсəйемдең бер ваҡытта ла тормошона зарланып ултырғанын ишетмəнек, тик һүҙ ыңғайында ғына ҡайсаҡ: “Етемлек берəүгəлə еңел түгел, үҙəккə үткəн мəлдəре булды инде, əммə беҙ бирешмəнек”, — тип əйтə торғайны. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда əсəйемə 17 йəш тулған була. Шул осорҙа йəш ҡыҙҙарҙы тракторист һөнəренə уҡытырға тигəн фарман сыға. Мораптал МТС-ында бер айлыҡ трактористар əҙерлəү курстары асыла. Түбəнге Бабаларҙан əсəйем һəм Мөһөрə апай Хəмитова шунда барып тракторсы һөнəрен үҙлəштереп ҡайталар. “4 тəгəрмəсле тракторҙа эшлəнек”, - тип хəтерлəй ул. Баҫыуҙа ер һөрөү, иген сəсеү, урыу ошо 17-18 йəшлек ҡыҙҙар иңендə була. Əсəйемдең, күрəһең, эш күрһəткестəре юғарыраҡ булғандыр инде, тракторына ҡыҙыл флаг элеп ебəрəлəр. “Флагым 5 йыл тракторҙан алынманы, тырышып эшлəнек, күрше ауылдарға ла ярҙамға бара инек”, – тип йылмайып хəтерлəй ул. МТС етəкселеге (иҫлəүенсə, Самойлов) уға 4 метр йəшел туҡыма бүлəк итə. Ҡалған ҡыҙҙарҙың күңелдəрен күтəрер өсөн əсəйем: “Ярай, ҡыҙҙар, күлдəк тектерербеҙ ҙə алмашлап кейербеҙ”, - ти. Шулай итеп күлдəк тектереп, əсəйемдең “баҡа башлы” (үҙе əйтеүенсə) галошы менəн күлдəкте уйынға, йəиһə ҡунаҡҡа барғанда алмашлап кейеп йөрөйҙəр. Əсəйемдең һəм дуҫ ҡыҙҙарының эштəре Хөкүмəт тарафынан да юғары баһалана: 1947 йылдың 16 ғинуарында “1941—45 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында күрһəткəн фиҙакəр хеҙмəте өсөн” тигəн миҙал менəн бүлəклəнə. Инде һуғыш тамамланғас, йəш быуынға оло һынау - емерек илде тергеҙеү йөкмəтелə. Ҡыҙҙар Бөрйəн районының Ырғыҙлы ауылы янындағы урманға ағас əҙерлəү һəм уны йылғанан ағыҙыу эшенə ебəрелə. Əсəйем дүрт тапҡыр бара. 1946-сы, 1947 йылдың яҙҙарында ҡыҙҙар урманда киҫелгəн ағастарҙы ботарлап, бер урынға ботаҡтарҙы өйөп, яндырып, тирə-яҡты таҙартып ҡуялар. Һалҡын барактарҙа йəшəйҙəр, йəшəү шарттары еңелдəн булмай. Бөрйəн районының Ырғыҙлы ауылы урманына тағы ла 1948- 1949 йылдарҙың апрель баштарында бара. Шул уҡ урманда киҫелгəн ағастарҙы Ҡыҙларҡа йылғаһына төшөрөп Ағиҙел йылғаһына тиклем ағыҙып ебəреү йөкмəтелə. “13 апрелдəн йылғаға ялан аяҡ төшəбеҙ, боҙло һалҡын һыу, аяҡтар иҫ белмəй, боҙ аяҡтарҙы сыйып ҡанатып китə. Ағастар тығылып, аға алмай ятмаһын өсөн, йылғаның шəп ағышлы еренə тиклем алып барып, ағыҙып ебəрергə кəрəк. Йылғаның тəрəн урындары тура килһə, билдəн һыуҙа йөрөйбеҙ ”, - тип иҫлəй əсəйебеҙ. Ағас ағыҙғанда бергə эшлəгəн əхирəттəре лə хəтерендə: “Көйөргəҙе районындағы Таймаҫ ауылынан Ғəйникамал, Шəбағыштан - Кафия, Өммəһани, Ҡыҙыл Маяҡтан - Зифа (фамилияларын иҫлəмəй). Заманына тура килгəн бөтə ауырлыҡтарҙы ла сабыр үткəреп, ниндəй шарттарҙа ла һынмаған-һығылмаған, үҙҙəрендə күркəм кешелек сифаттарын һаҡлап, күңелдəрендə йəшəүгə дəрттəрен һүндермəгəн атайым, əсəйем һəм улар яҙмышына ауаздаш миллионлаған кеше яҙмыштары... Ул быуындың күрһəткəн батырлыҡтары онотолмаһын, быуындан быуынға күсə килһен ине. Тормош бер аҙ яйланғас, 1950 йылда атайым менəн əсəйем өйлəнешə. Атайым ул ваҡытта Түбəнге Бабаларҙа трактор бригадаһы бригадиры булып эшлəп йөрөгəн. 7 балаға ғүмер бирəлəр. Икəүһе 1-əр һəм икенсеһе 2 йəштə вафат булды. Беҙҙе 5 баланы тəрбиəлəп, уҡытып, оло тормош юлына сығарҙылар. Үкенескə ҡаршы, һылыуыбыҙ Фəнүзə 42 йəшендə генə, арабыҙҙан китте, ауыр тупрағы еңел, йəне йəннəттə булһын. Атайыбыҙ, оҙаҡ йылдар, Түбəнге Бабаларҙа (ул ваҡытта ауылыбыҙ Көйөргəҙе совхозына ҡарай ине) малсылыҡта намыҫлы эшлəп, Хеҙмəт ветераны исеменə лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡты. 65 йəшендə вафат булды, йəне йəннəттə булһын атайыбыҙҙың. Беҙ уларҙың 4 балаһы ауыл хужалығының төрлө өлкəлəрендə эшлəнек, барыбыҙ ҙа - Хеҙмəт ветерандары. Хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа, туғандарым Һибəтулла, Марат, Ринат һаман да эшлəп йөрөйҙəр. Əсəйебеҙ быйыл 1 мартта 96 йəшен тултырҙы. Əлеге көндə ул тыуған ауылында улдары төҙөп биргəн, бөтə уңайлыҡтары булған йортонда, оло улы Һибəтулла һəм ейəнсəре Лəйсəн менəн йəшəй. Ауылына, тыуған тупрағына, иген иккəн баҫыуҙарына тоғро ҡалып, бер ҡайҙа ла ситкə китергə йыйынмай. Ғүмеренең буйына эштəн айырылмай, ишек алдын тултырып ҡош-ҡорт һəм йəшелсə-емеш үҫтереп, балаларына, туғандарына ярҙам итеп йəшəне. Əлеге көндə лə ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, ашарға бешерергə булһа ла булышып йөрөргə тырыша. Ҡолаҡтары менəн күҙҙəре бер аҙ насарланһа ла хəтере яҡшы уның, беҙ онотҡандарҙы ла иҫлəй. Балаларының, кейəүенең, килендəренең, ейəн-ейəнсəрҙəренең, бүлəсəлəренең ярҙамын тойоп, уларҙың уңыштарына шатланып йəшəй. Бөгөнгө көндə 4 ейəненə, 5 ейəнсəренə, 5 бүлəсəһенə бəхетле өлəсəй ул. Ауыл советы яғынан да ҙур ярҙам тойоп йəшəй əсəйебеҙ. Яҡшымбəт ауыл советы хакимиəте башлығы Юнир Сынбулатов үҙенең ярҙамынан ташламай, ололарҙы хөрмəтлəп байрамдар һəм юбилейҙары менəн ҡотлап тора. Əсəйем рəхмəтле уға, иҫəнлек-һаулыҡ, ғаилə бəхете, эшендə уңыштар телəй. Аллаға шөкөр, быйыл əсəйебеҙ үҙенең 75-се ЕҢЕҮ яҙын ҡаршыланы. Беҙ атайыбыҙ, əсəйебеҙ менəн ғорурланабыҙ һəм əсəйебеҙгə иҫəнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер телəйбеҙ.

Нурзилə ҒƏЛИЕВА, Яҡшымбəт ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей