БЕР-БЕРЕҢДЕ ХӨРМӘТ ИТЕП, АҢЛАП ЙӘШӘҮ - УЛАРҘЫҢ ТОРМОШ ДЕВИЗЫ

Сәғитов Зәки Исмәғил улы 1930 йылда Төйлөгән районы Алмалы ауылында тыуған. 1935 йылдарҙа уларҙың ғаиләһе Иҫәнғолға күсеп килә.

1942 йылда атаһы һуғышҡа китә. Күп тә үтмәй, май айында уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. (Әйткәндәй, уның һуғыштан ғәрәпсә яҙған хаты һаҡланған була. Шуны яҡындары быйыл ғына тәржемә иттереп, илай-илай уҡығандар).

Зәки ағай Күгәрсен ауылында, туғандарында ятып белем ала. Әммә 5-се класты тамамлай ҙа, бүтән уҡырға бармай – ғаиләлә тағы бәләкәй ике ҡустыһы була, “әнейгә ярҙам итер кәрәк” тип колхозда эшләй башлай.

Үгеҙ менән ер һөрҙөк, эшләмәгән эш ҡалманы инде, – тип хәтергә төшөрә ул.– Ашарға юҡ, бойҙай башағы, туңған картуф йыя торған инек. Шуларҙы ашап, үлеүселәр ҙә булды. Беҙҙе колхоздан ҡайтармай торғандар ине. Бер өйҙә йәшәнек. Эштән ҡайтабыҙ ҙа, шул көйө йоҡларға ятабыҙ, иртәнсәк тороп, тағы эшкә китәбеҙ, аҙнаһына бер мунса инергә ҡайтабыҙ...

Зәки ағай һуғыш бөткәнсе колхозда эшләй. Шунан уны 1946 йылда Силәбе өлкәһенең Сибәркүл ҡалаһына ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. 5-се разрядлы электросварщик һөнәренә эйә була.

Беҙҙең төркөмдә башҡорт-татар егеттәре ине, русса аңламайҙар. Миңә уҡытыусы: “Сагитов, переводи”, – ти ҙә мин егеттәргә башҡортса аңлатып бирә инем дәресте, – тип яҡты һағыш менән иҫкә төшөрә ул йылдарҙы.
Уҡып бөткәс, ике йыл заводта эшләп, аҡса туплап, 1949 йылда Иҫәнғолға ҡайта. Йыйған аҡсаһына өй һатып ала – ситән өйҙә көн иткән әнейе менән ике ҡустыһын юҡсыллыҡтан арындырыуға оло аҙым яһала. Тимәк, хәҙер үҙ тормошоңдо ҡорорға, өйләнергә лә була. Әмәлгә баҡҡандай, ғүмерлек йән йәре менән юлдары тыуған яғында киҫешә: Иҫәнғолға яңы ғына эшкә килеп урынлашҡан Үрген ҡыҙы Нәзиә Сибәғәт ҡыҙы Имелбаева менән осрашалар һәм 1950 йылдың апрелендә өйләнешәләр ҙә. Шул осорҙа төшөрөлгән аҡлы-ҡаралы һәм бөгөнгө көндәрҙәге төҫлө фотоларҙы ҡарайһың да “собханалла!” тип һоҡланып ҡуяһың. Ирле-ҡатынлы Сәғитовтарҙы йылдар һис тә таушалдырмаған, һаман да матурҙар, мөләйемдәр. Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Хоҙай Тәғәлә “бер яҡшыға – бер шаҡшы”, “бер матурға – бер яман” тип барлай, ти. Тик ҡайһы берҙә (яҙыусы М. Ҡунафин әйтмешләй, Тәңре өрөк ҡапҡан саҡта), яңылышып китеп, “бер яҡшыға – бер яҡшы”, “бер матурға – бер матур” тип әйтеп ҡуя икән. Нәзиә апай менән Зәки ағай ҙа нәҡ Тәңре өрөк ҡапҡан саҡта тап булышҡандарҙыр. Яҙмыш һынауҙарын имен-аман үткәреп, бергә йәшәүҙәренең 70 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алыу – бик һирәктәр өлөшөнә яҙған ҙур бәхет! Ә бит тормош арбаһы гел генә түтә юлдан тәгәрләмәгән.

50-се йылдарҙа Иҫәнғолда ГЭС төҙөлгән була. Сәғитовтарҙың өйөн контора итергә һатып алалар һәм улар төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алып, Яңы Юл ауылына күсә.

Өйләнешеп, бер йыл үтеүгә, йәш ғаилә башлығын армияға алалар. Приморье крайында 1954 йылдың ноябренә тиклем хеҙмәт итә. Уҡсылар полкының кесе сержанты армияла хеҙмәт иткәндә үк шоферлыҡҡа танытма ала. Ҡайтҡас, Киров (аҙаҡ – Куйбышев) исемендәге колхозда ЗИС машинаһында шофер булып эшләй. Бына шулай хеҙмәт юлы ошо колхозда башланып, пенсияға сыҡҡансы дауам итә. Шоферҙан тыш, ул механик, фермала, трактор бригадаһында бригадир була. Һәм һәр ваҡыт алдынғылар сафында. Хеҙмәтен гел генә баһалап торалар, Мәскәүгә ВДНХ-ға ла барып ҡайта, миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләнә. 2001 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны танытмаһы ла бирелә. Ауылда – хөрмәтле ил ағаһы.

Нәзиә апай ҙа – һуғыш осоро балаларының береһе. Колхозда эшләй, йәйен өсәр гектар көнбағыш утай. 1947 йылда Төйлөгән тимер юлын һалыуҙа, 1948 йылда Кананикольскиҙа урман ҡырҡыуҙа ҡатнаша.

“Беҙ күргәнде балаларыбыҙ күрмәһен, улар беҙҙән яҡшыраҡ йәшәһен, беҙгә ҡарағанда улар һәйбәтерәк булһын” – был һәр ата-әсәнең мөҡәддәс маҡсаты, бурысылыр, моғайын. Үҙҙәре уҡый алмағас, балаларын уҡытырға, юғары белемле итергә ынтыла Сәғитовтар. Һәм маҡсаттарына өлгәшәләр, балаларының өсөһө лә юғары белемле белгес була: Айрат Иҫке Собханғол район дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй; Зәкир хәрби һөнәр һайлаған, подполковник, Барнаул ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Фәүзиә Иҫәнғолда йәшәй, Һаҡлыҡ банкында бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

Хәҙерге көндә лә Зәкиә һәм Нәзиә Сәғитовтар Яңы Юл ауылында тырышып донъя көтәләр. Һарыҡ-тауыҡтан тыш, бал ҡорто тоталар, баҡса ултырталар.

“Беҙҙең әней бик аҡыллы, егәрле, сабыр холоҡло кеше. Әле лә йәшәү дәрте урғылып тора. Уҡырға ярата, “Ейәнсура таңдары”н, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын яратып уҡый. Һаман да сөпрә ҡайнатып, икмәк һала, тик ултырырға бер ҙә яратмай.

Беҙ, балалары, оло йөрәкле әней-әтейебеҙ булғанға бик бәхетлебеҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Инде һаулыҡтары булып, бер-береһенә терәк булып, йәшәүҙәрен теләйбеҙ” – ҡыҙҙары Фәүзиә Түләкованың һүҙҙәре бөтә балаларының, ейән-бүләләренең изге теләге булып ирешһен.

ЗАГС биргән танытмала 1956 йылғы дата торһа ла, Сәғитовтарҙың бергә тормош көтөүҙәренә быйыл апрелдә 70 йыл булған. Уныһы үҙе бер тарих. Ҡыҫҡаса әйткәндә, өйләнешкәс тә 1950 йылдың апрелендә ЗАГС-ҡа баралар, тик ул бикле булып сыҡҡан. Артыҡ әһәмиәт бирмәгәндәр, ауылда бер эшкә тығылһаң, эш-мәшәҡәт бөтәме ни. Бер йылдан Зәки ағайҙы армияға алалар. 3 йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайта.Тағы ауылдың миҙгелле эштәре...

Ҡыҫҡаһы, Сәғитовтар ғаиләһе өсөн бик иҫтәлекле йыл быйыл: бергә ғүмер итеүҙәренә – 70 йыл, Нәзиә апайға – майҙа, Зәки ағайға декабрҙә 90 йәш тула, Алла бирһә. Иңгә-иң ҡуйып, ауырлыҡтарҙы бергә үтеп, аҡыллы, тәүфиҡлы балалар үҫтереп, өлгөлө, татыу ғаилә булып ғүмер итәләр. Бер-береһен хөрмәт итеп, бер-береһен аңлап йәшәү – уларҙың тормош девизы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей