"Байрамғолов" КФХ-һы бушлай себеш тарата

Баймаҡтан Гөлнара һәм Рәмил Байрамғоловтар етәкләгән предприятиела бөгөн иң ҡыҙыу осор - бройлер һәм йомортҡа һалыу өсөн тәғәйен себештәрҙе сығарыу һәм халыҡҡа һатыу менән мәшғүлдәр.

Ә бына әтәстәрҙе бында бүләккә бирәләр.Нисек бүләккә?Бушлай.Йомортҡа һалыусы себешкә генә түләйһең, ә бына әтәсе бушҡа тотторалар.Тимәк, йүгерҙек  Байрамғоловтарға!

"Яҡшылап тәрбиәләһәң, 6 кило тартҡан әтәс тә үҫтереп алырға мөмкин", тигәйне күптән түгел интернет селтәрендә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып Түбәнге Иҙристән Фирҙәүес Зәйнәғәбдинова.Ул да әтәсте Байрамғоловтарҙан алған булған.

Автор:Азамат Мухаметшин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей