Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Сәсеү ҡыҙа. Ялан эшселәре әле иң кәрәкле кешеләр. Таң һарыһынан уҡ уларҙы бар ауыл, тәҙрәләрҙән генә ҡарап, оҙатып ҡала. Ә механизаторҙар үҙҙәренә кәрәк әйберҙәрҙе төйнәй, төйнәй тип, күпләп тейнәйһе түгел - термос менән куфайкаңды алһаң (һыуытып ебәрһә), булды. Тәмәке тартҡандары кеҫәһен ҡапшай: онотолоп ҡала күрмәһен, тәмәке тип, ҡыҙыу эште ташлап, кире ауылға ҡайтырғамы ни. Эшкә ала торған ҡәҙимге кәрәк-яраҡ менән бергә яҙылған альбом битен дә, бөтәрләмәй-йыртмай, майға буямай, нисектер тере килеш яланға алып барып етергә кәрәк. Унда "Беҙ һеҙҙең өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләйбеҙ" тип яҙылған. Был яҙыуһыҙ икмәк сәселмәйме ни, сәселә. Сәсеүселәр халыҡҡа фото аша өндәшә, күрһендәр, аңлаһындар: беҙ кешеләр асыҡмаһын тип йөрөйбөҙ, ә һеҙ, береһе лә ауырымаһын тиһәгеҙ, өйҙә генә ултырығыҙ.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей