БАШҠОРТОСТАН ӨС ЙЫЛДА ЯРЛЫЛЫҠҠА ҠАРШЫ КӨРӘШКӘ 1,12 МИЛЛИАРД ҺУМ ЙҮНӘЛТӘ
БАШҠОРТОСТАН ӨС ЙЫЛДА ЯРЛЫЛЫҠҠА ҠАРШЫ КӨРӘШКӘ 1,12 МИЛЛИАРД ҺУМ ЙҮНӘЛТӘ
Башҡортостан 2020-2022 йылдарҙа социаль контракттар программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 1,12 миллиард һумдан ашыу – йыл һайын 375,6 миллион һум йүнәлтә. Аҡсаның төп өлөшө федераль бюджеттан алынған, төбәк ҡаҙнаһын берлектә финанслау 2020 һәм 2021 йылдарҙа – 51,2 миллион һум, 2022 йылда 71,5 миллион һум тәшкил итә.
Финанслауҙың артыуына бәйле ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш программаһы күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә мөмкин – 2024 йылға тиклем йыл һайын 2 мең, һөҙөмтәлә 10 мең ғаилә ярҙам алырға тейеш. Һөҙөмтәлелек күрһәткесе – йәшәү минимумы дәүмәленән күберәк булған килем.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 2014-2019 йылдарҙа 6728 кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән. Айырыуса шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыуға 50 мең һумға тиклем түләү талап ителгән. Ауыл ерендә ошо ярҙам сараһын 6570 кеше алған (башлыса улар мал һатып алған). 151 кеше, 100 мең һумға тиклем аҡса алып, шәхси предприятие асҡан (алыусыларҙың 2%), етәүһенә һөнәри белем алыуға бәйле ярҙам күрһәтелгән. Бының өсөн 15 мең һумға тиклем бүленә.
Шулай уҡ программа эш эҙләүгә бәйле ярҙамды ла үҙ эсенә ала, был ҡала халҡы өсөн һөҙөмтәлерәк.
Хеҙмәт министрлығы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән шәхси предприятиелар һанын арттырырға өмөтләнә, тип билдәләне Ленара Иванова.