БАШҠАЛАР ЭШЛӘЙ, БЕҘ ҘӘ БУЛДЫРАСАҠБЫҘ!

Беҙ үткән йылдың аҙағында “Сура” ҡулланыусылар кооперативының эш башлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Кооператив етәксеһе Фуат Фәтхулла улы Толомбаев менән ойошма, уның эш йүнәлештәре хаҡында әңгәмәләштек. - Фуат Фәтхулла улы, кооперативтың ойошторолоуы хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине. Һәм ни өсөн уны “Сура” тип атанығыҙ? - Беҙҙең кооператив 2018 йылдың апрелендә үк ойошторолғайны. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында ул ваҡытта эште башлап ебәреп булманы. Тик үткән йыл ғына район хакимиәте биргән кәңәште тыңлап, килем килтереүсе проектҡа ҡушылып, грант юллауға тотондоҡ. Билдәле булыуынса, был программа (проект) сиктәрендә, ауыл хужалығы продукттарын эшкәртеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға 3 миллион һум аҡса бирелә. Беҙ, кооператив ағзалары (программа талабы буйынса 10 кешенән кәм булмаҫҡа тейеш), бер аҙ уйлашып-кәңәшләшкәндән һуң, бал ҡорто продукттарын эшкәртеү һәм фасовкалау йүнәлешен һайлап, конкурста ҡатнашырға булдыҡ. Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән был конкурс ике этаптан тора. Уға әҙерлек ҡатмарлы ғына, бигерәк тә ҡағыҙ эштәре күп. Конкурсҡа тәҡдим ителгән дүрт проекттың икәүһе үтте, шул иҫәптән беҙ ҙә. Район мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт, уларҙың ярҙамы ҙур булды. Ә кооперативтың исеменә килгәндә, яуап ябай: беҙ үҫәргәндәрҙең батыры Сураның исемен ҡуштыҡ. - Һеҙҙең цехты төҙөү үткән йыл аҙағында башланғайны. Ә бөгөнгө көндә эш барышы ниндәй хәлдә? - Цехты төҙөү йылдам бара тип әйтергә була. Стеналар күтәрелде, ҡыйығы ябылды. Хәҙер эстә йылытыу һәм яҡтыртыу ҡорамалдарын монтажлау, һыу һәм канализация үткәреү һәм дә башҡа төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Цех майҙаны буйынса ҙур түгел – 60 квадрат метр, шуға күрә, эшләнәһе эштәр килешеүгә ярашлы, ваҡытында тамамланыр тип уйлайым. Эшкәртеү һәм фасовкалау ҡорамалдары тулыһынса тип әйтерлек ҡайтарылған. Хәҙергә, цехты эшкә ебәргәнгә тиклем, улар менән эш итеү алымдарын һәм продукттарҙы эшкәртеү технологияларын өйрәнәбеҙ. - Балды флягаларҙан банкаларға һалып ҡына һатып булмаймы ни? Ни өсөн бәләкәй һауыттарға фасовать итергә кәрәк? - Була, умартасылар күп осраҡта шул 3 литрлы банкаларҙа һата ла инде. Ләкин заман үҙгәрә бит. Гел шулай булмаясаҡ. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәрме әле ул? Мәҫәлән, итте алайыҡ. Элек күпселек кеше ҡышҡылыҡҡа һуғымды тулайым алып һуйырҙар ине. Магазиндарҙа ла, баҙарҙа ла үлсәп һатыу булманы тип әйтерлек. Ә хәҙер әҙләп алырға өйрәнеп барабыҙ бит. Унда билмән дә, фарш та башҡалары ла етерлек. Билдәле, сит илдәрҙә беҙҙең кеүек баҙарҙар ҙа, көҙгө йәрминкәләр ҙә юҡ. Аҙыҡ-түлек тулыһынса супермаркеттарҙа ярымфабрикат формаһында ваҡлап һатыла. Ул беҙгә лә киләсәк. Тағын шуны әйтер инем, балдың хаҡы ҡиммәт (үҙем умартасы булып, бал менән һатыу итһәм дә). 3 литрлы банка 1500-1800 һум. Үткән йыл йүкә балы 2500-гә барып етте. Ә халыҡтың һатып алыу һәләте түбән. Баҙарҙа күберәк оло йәштәгеләр генә – дауаланыуға тип алалар. Ошо осраҡта балдың ваҡ һауыттарҙа һатылыуы ҡулланыусыларға отошло һәм шуға күрә беҙҙең ошо эште башлап ебәреүебеҙ ваҡыт талаптарына тап килә тип уйлайым. - Кооператив үҙенең ағзалары менән генә эш итәме? Ә унда инмәгән ҡортсолар һеҙгә мөрәжәғәт итһә?.. - Ундайҙар булһа, беҙ: “Әйҙүк, рәхим итегеҙ! Һеҙгә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ!” – тип әйтәсәкбеҙ. Уларҙың теләге буйынса, тәҡдим иткән продукттарын һатып алырға йәки һатышып бирергә һәм дә ваҡ һауыттарға фасовкалап бирергә мөмкин. Әлбиттә, һәр эш түләүле. Ташламалар бар, әммә улар кооператив ағзалары өсөн генә ҡаралған. - Цехта балдан тыш башҡа ҡортсолоҡ продукттарын эшкәртеү һәм фасовкалау ҡаралғанмы? - Әлбиттә, умарталыҡта булған продукттарҙы: балауыҙҙы, прополисты, сәскә һеркәһен, һитәне, инә һөтөн эшкәртеү һәм ваҡ һауыттарға һалып фасовкалау планлаштырыла. Алда һанап киткәндәрҙе бал менән бутап, икенсе төр продукт фасовкалауҙы ла уйлайбыҙ. Беҙ ҡулланасаҡ фасовкалау ҡорамалдарының етештереү ҡеүәте юғары – сменаһына 1-1,2 тоннаға тиклем балды 100 грамдан алып ярты килограмға тиклемһыйҙырышлы пластик һәм быяла һауыттарға һалырға мөмкин. Беләбеҙ, кооператив ағзаларының ғына балы етмәйәсәк, башҡа ҡортсоларҙан да һатып аласаҡбыҙ, күрше райондарға ла сығырға тура киләсәк. Цехтағы ҡорамалдарҙы тулыраҡ ҡулланыу өсөн башҡа юлдарҙы ла эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, емеш-еләк ҡайнатмалары, джем һ.б. менән эш итәсәкбеҙ. Тәүге ваҡытта емеш-еләкте халыҡтан йыйһаҡ, киләсәктә үҙебеҙ баҡса үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Күҙ уңында тотҡан урындар бар. Уй-хыялдар күп. Уларҙы аныҡ маҡсаттарға әйләндереп, тормошҡа ашырыу өҫтөндә ныҡлы эшләргә лә эшләргә... - Тимәк, яңы эш урындары ла булдырыласаҡ? - Эйе, яңы эш урындары асыласаҡ. Был ауыл хужалығы министрлығы менән төҙөлгән килешеүҙә ҡаралған. Тәүге осорҙа ике эш урыны булдырылһа, киләсәктә, цех тулы ҡеүәтенә керһә, 4-5 кешегә эш урыны буласаҡ. Беҙ бал ҡорттарын ҡарай һәм үрсетә беләбеҙ. Ләкин яңы башлап йөрөгән кәсеп беҙҙең өсөн бөтә яҡлап та яңылыҡ, һыналмаған өлкә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, икеләнеүҙәр юҡ. Ярҙам иткән һәм ярҙам итергә әҙер торған иптәштәр бар. Уларҙың булыуы башланғысыбыҙға көс һәм дәрт өҫтәй.Башҡалар эшләй, беҙ ҙә булдырасаҡбыҙ! - Фуат Фәтхулла улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар һәм уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей