Бар ергə лə өлгөрə

    Районда ауыл хужалығы өсөн иң яуаплы мəл бара, баҫыуҙарҙа сəсеү эштəрен ваҡытында, еренə-еткереп сəсеп ҡалыу мөһим. Күп хужалыҡтар был эште йырып сығып та килə.

    Бөгөнгө көндə кемдер эш юҡ, тип ел һуғарып йөрөй, ə донъя көтəм тип тырышып йəшəгəн йүнселдəргə эш табылып тора. Таймаҫ ауылы егете Илшат Бикмөхəмəтов тə шундайҙарҙан. Ул Ырымбур өлкəһендə вахта ысулы менəн эшлəп йөрөй, ялға ҡайтҡан арала ауылдаштарына ярҙам итергə лə, баҫыу эштəрендə ҡайнарға ла өлгөрə.

    - Вахтанан ауылға 15 көнгə ялға ҡайтҡан арала, яҙын сəсеү, йəйен бесəн, көҙөн уңыш йыйыу эштəрендə ҡатнашам. Əле бына бер аҙна Поляев Сергейҙа, ауылдаш егеттəр, Əхмəтов Руслан, Кузнецов Евгений менəн сəсеүҙə йөрөйөм. Бында эшселəргə яҡшы ҡараш, төшкө ашты мул итеп, ваҡытында бешереп, яланға алып килеп ашаталар. Ергə килгəндə ер быйыл матур, уңыш мул булыр тигəн ышаныс менəн тырышып эшлəйбеҙ. Əле Хоҙай бабай ямғыр яуҙырып, бер көнгə ял да биреп алды, хəҙер эштəрҙе дауам итəбеҙ, сəсеү тамаланыуға ла бара инде 10-15 гектар ер ҡалды. Был баҫыуҙа эште бөткəс, Алла бирһə, Белик Ильяға сəсеүгə төшəм, унда бик күп түгел яҡынса 30 гектар ер. Эшлəйем тигəн кешегə эш табылып тора инде ул, Дорофеев Евгений ҙа сəсеүгə саҡырған ине, унда өлгөрөп булмаҫ, тағы бер аҙна ғына ялым ҡалды, - тип пландары менəн бүлеште өлгөр егет Илшат Бикмөхəмəтов.

    - Илшат - ул бик əүҙем, тыуған ауылым, ауылдаштарым тип янып йəшəгəн, шəп егет. Сит яҡтарға эшкə киткəнсе ауылда староста ла булды. Əле был вазифала эшлəмəһə лə, ауылға бик күп ярҙамы тейеп тора. Уға əйтһəң, ҡай саҡтарҙа əйтеп то- рорға ла кəрəкмəй, үҙе белеп эшлəй. Урамдарҙа юлдарҙы ла таҙартып сыға, бесəн эштəрендə лə əүҙем ҡатнаша, шулай уҡ ауыл тирəһен йыйыштырыу кеүек эштəрҙə лə ярҙамы тейеп тора.

    Уның был эштəрҙе үҙ телəге менəн, үҙе белеп башҡарыуы маҡтауға лайыҡ. Берəй ярҙам һорап барһаң бер ҡасан да кире ҡаҡмай, юҡ ваҡытын бар итеп, гел ярҙам итергə əҙер. Шуның өсөн ауыл халҡы уға бик рəхмəтле, беҙ ауыл билəмəһе хакимиəте исеменəн дə уға рəхмəтебеҙҙе белдерəбеҙ,- ти Таймаҫ ауыл билəмəһе хакимиəтенең эштəр идарасыһы Филүзə Вəлидова.

Афарин, ошондай егеттəребеҙ барҙа баҫыуҙарыбыҙҙа уңыш мул, ауылдарҙа халыҡ берҙəм булыр тип ышанабыҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей