БАР ДОНЪЯҒА ҺӨЙӨҮ МЕНӘН БАҒА

Нәжибә Сурағолованың бар ғүмере Шәрипҡол ауылы менән бәйле. Ул ошонда тыуа, бында кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡора һәм тормош иптәше менән ҙур тормош юлын уҙа. Уның яҙмышы ла һәр кемдеке кеүек ил яҙмышынан айырылмай. 
Нәжибә Сәғиҙулла ҡыҙының бала сағы һуғыш йылдарына, артабанғы ауыр осорға тура килә. Ул да башҡа тиҫтерҙәре кеүек тормоштоң бар михнәттәрен үткәреп, ауырлыҡтарҙы еңеп алға бара. Был йылдарҙы яҙмышына төшкәндәр үҙҙәре генә белә. 

- Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә туғыҙ йәш ине. 1942 йылдың февралендә атайым, авгусында ун һигеҙе лә тулмаған ағайым фронтҡа алынды. Уларҙы илай-илай һуғышҡа оҙатҡан көндәр мәңге хәтерҙә. Әсәйем йөклө ҡалғайны. Кесе туғаным атайым китеп, өс ай үткәс тыуҙы. Шулай уҡ атайымдың дүрт ҡустыһы һуғышҡа китте. Барыһы нан ағайыма ғына әйләнеп ҡайтырға яҙҙы. Уның тураһында ла “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара хәбәр килгәйне. Тик ағайым ҡаты яуҙарҙың береһендә контузия алып, госпиталгә эләккән булған... Ә атайыма ошо китеүенән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға насип булманы. Тәүҙә ул яңы сыҡҡан һайын хаттар ебәреп торҙо. Ғәрәп хәрефе менән яҙылған һуңғы хаты 1943 йылдың 13 декабрендә килгәйне.

“Туғыҙ мәртәбә һуғышҡа инеп сыҡтыҡ, шинелем генә йыртылды, Алла һаҡланы, ахыры”, - тип яҙғайны. Һуғыш бөтә халҡыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Уның тамамланыуына 74 йылдан артыҡ ваҡыт үтеп китһә лә, күңелдәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Былар бигерәк тә Еңеү байрамы көнөндә иҫкә төшөп, йөрәктәрҙе телгеләй. Шулай ҙа яҡындарым күңелдә мәңге тере кеүек... Ә әсәйем атайыбыҙҙы бар ирҙәр эшендә лә алыштырҙы, тиһәң дә була. Ул башҡа ҡатындар менән ҡояшты баҫыуҙа байыттылар. Әсәйебеҙ эштән ҡайтҡансы туғаным менән бергә көтөп ултырабыҙ. Ул илаһа, мин уны йәлләп илай торғайным... Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ураҡта тентеп ҡайтаралар ине. Хатта аҙаҡ 1-2 кеше ҡайҙа ҡурмас ҡыҙҙыралар тип еҫкәп тә йөрөнө. Әгәр кеше тотолһа, төрмәгә ултырттылар. Әҙерәк үҫә төшкәс, үҙебеҙ ҙә баҫыуға утауға йөрөнөк. Йүнле ашарға юҡ, кәлйемә эләкһә, бик яҡшы булып ҡала. Тирә-яҡтағы урыҫ ауылдары аслыҡтан ҡотҡарҙы ла инде. Уларҙың баҡсаларында сығарылмай ҡалған серек бәрәңге йыйҙыҡ. Ә йәйҙәрен үлән ашаныҡ. Үҙәккә үткән ул йылдар тураһында иҫкә төшөрөүе лә ауыр”, - тип хәтеренә ныҡ уйылған йылдар тураһында һөйләне уҙаман. 

Артабан тормош ҡорғас, ире менән ете балаға ғүмер бүләк итәләр. Тик өсөнсөһө 11 айлыҡ булғанда ауыр ҡайғыларға һалып, яҡты донъянан китә. Декрет ялдарында ла ултырыу эләкмәй уға. Ғүмер буйы колхозда сөгөлдөр баҫыуында эшләй. Ул йыл һайын 4-5 гектар татлы тамыр үҫтерә. Тырыш ҡатын эш араһында кейемдәр, шул иҫәптән пальтоға тиклем тегә. “Икәүләп эшләгәс, мохтаж булманыҡ. Бабай фермала малсы, фураж тарттырыусы булды. Шул йылдарҙың үткәне лә һиҙелмәгән. Уның мәрхүм булғанына 13 йыл да булды инде”, - тип әйтеп алды ул. Әле лә уңған, хәрәкәтсән уҙаман тик торорға яратмай, шуға тауыҡтар булһа ла аҫрай. Беҙ барғанда ул уларға бәрәңге бешереп йө рөй ине. Өлкән йәштә булһа ла, әбейҙең хәтере яҡшы, һәр үткәнен ауыр көрһөнөү менән бөгөнгөләй иҫенә төшөрҙө. Йортона улдары һәм ҡыҙҙары килеп, хәл белешеп, ярҙам итеп торалар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә уның йыуа ныстары. 

Һуғыш балаһы төрлө ваҡиғаларға бай тормош юлы кисерә. Төрлө һынауҙар, ҡайғылар аша ла уҙырға тура килә. Шулай ҙа күңеле ҡатмаған: эскерһеҙлеге, ихлас лығы, тормошто яратыуы бар булмышында сағыла. Ғүмер көҙөндә лә күңел ма тур лы ғын юғалтмаған әбейҙең йөҙөнән нур бөр көлөп торғандай. Тор моштоң ҡәҙерен бел гән, матурлығын күрә белгән уҙаман, гүйә, бар донъяға һөйөү менән баға. “Донъя лар тыныс булып, һәр кемгә лә йә шәү йәмен татырға яҙһын. Беҙ күргәнде йәш быуын күрмәһен”, - тип оҙатып ҡалды ул. 
Фәниә Сәлимгәрәева. 
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей