«Айыҡ ауыл-2021»

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының беренсе этабы тамаланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Салауат районы был саранан ситтә ҡалманы. Быйыл республика этабына үтер өсөн 16 ауыл үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап, ауыл халҡы менән саралар ойоштороп, бәйлнеш селтәрендә яҡтартып барҙылар. Был сәмде, муниципаль этабында ҡатнашҡан ауылдарға, үткән йылды Башҡортостан киңлегендә генә түгел, бөтә Илгә данын таратҡан Салауат районы Яңы сүрәкәй (Ноғай) ауылының дәртле халҡы, Мөрсәлим ауыл биләмәһендә йәшәүсе яҡташтарының да осҡоно таралған тип уйлайым.

Эйе, бәйге булғас еңеүсеһе лә еңелеүселәре лә була. Район комиссияһы ҡарары менән бер тауыштан данлы Тырнаҡлы ырыуы еренең түрендә урынлашҡан, бай тарихлы Лағыр ауылы һайланды. Лағырҙар борон-борондан үҙҙҙәренең татулығы, берҙәмлеге, эш һөйгән халҡы, сибәр, матур һәм тырыш апайҙары, килендәре, билен бирмәҫ батырҙары, сәнғәт һөйөүсе ауылдаштары, кәңәш биреүсе, дөрөҫ юлдан алып барырға өндәүсе, йолаларҙы йәш быуынға еткерүсе аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре менән дан тота. Улар тураһында беҙ ҙә конкурс барышында ныҡлап таныштырырбыҙ.

Яҡташтарыбыҙға республика «Айыҡ ауыл-2021» конкурсында уңыштар теләп ҡалабыҙ. Беҙ һеҙҙең менән, лағырҙар !!!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей