«Айыҡ ауыл-2019» конкурсының республика этабы

Өфө ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы бинаһында 25 февралдән 27 февралгә тиклем «Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының һуңғы этабы үтә. Конкурстың район этабы еңеүселәре проект буйынса ярты йылға яҡын башҡарылған эштәрен хөкүмәт комиссияһы алдында яҡлап сығыш яһай.

Был сарала 26 февралдә беҙҙе район делегаттары ла ҡатнашты. Делегация составында район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов, «Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының район этабы еңеүсеһе булған Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Д.Ҡ. Дәүләтов, район Советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы В.Р. Гәрәев, Аҡҡолай ауылынан айыҡ тормош алып барыусы Сафиндар ғаиләһе, Көрмәнкәй ауылының һәүәҫкәр артистары бар ине.

Һәр ауылға сығыш яһау өсөн 15 минут ваҡыт бүленде: уның 10 минуты – презентацияларҙы яҡлау (5 минуты – видеороликтар ҡарауға, 5 минуты – фекер алышыуға) өсөн. Эштәрҙе төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре баһаланы. Беҙҙең район делегаттары үҙ презентацияларын лайыҡлы яҡланы һәм комиссия ағзаларының бөтә һорауҙарына ла йөкмәткеле яуаптар бирҙе.

Конкурстың республика этабында барлығы 47 тораҡ пункты ҡатнаша. Уларҙың 15-е финалға сығасаҡ. Конкурсанттар өсөн 1 марттан 10 мартҡа тиклем онлайн тауыш бирергә мөмкин. Конкурсҡа йомғаҡ 20 мартҡа тиклем яһаласаҡ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей