Автономлы янғын иҫкәрткесе

Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Бөгөн был – бәхәсһеҙ.Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә.
Автономлы янғын иҫкәрткестәре махсус сигнализация линияһы һалыуҙы һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итмәй. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр батареяларын алмаштырырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә.Янғын иҫкәрткестәрен ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә.

8 март көнө Бигәнәй ауылында һуғыш балалары йәшәгән йорттарға автономлы янғын иҫкәрткестәре куйылды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей