Ауырлыҡтар аша бәхеткә һалынған юл

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Галина Геннадьевна Швалеваның яҙмышы ябай түгел: бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Уның яҙмышы – ошо заманда йәшәгән халыҡ яҙмышы миҫалы: аслыҡ, яланғаслыҡ, кесе йәштән ололар менән бер рәттән иртә таңдан тороп эшкә барыу. Шулай булһа ла ул үҙенә тормош юлын үҙе ярҙы һәм яҡшы уҡытыусы, уңған һәм хәстәрлекле ҡатын, әсәй һәм өләсәй булыуға өлгәште.

Галина Геннадьевна 1931 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында донъяға килә. Күпте күргән хеҙмәт ветераны иртәгә, 8 декабрҙә, 90 йәшлек юбилейын билдәләй.
Галина дүртенсе класты тамамлаған йылда һуғыш башлана. Атаһы фронтҡа китә һәм 1941 йылда Ленинград янында һәләк була. Әсәһе колхоз умартасылығында эшләй. Ун йәшлек Галя әсәһенә ярҙам итә, өлкәндәр менән бергә баҫыуҙа эшләй, уҡырға ла, колхоз эшендә ҡатнашырға ла өлгөрә. Ғаилә ярлы йәшәй, икмәкте ҡамырға үлән ҡушып бешерәләр, ауыр йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ауылдың башҡа кешеләре кеүек фронтҡа йылы әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән посылка ебәрәләр: “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!”. Галина Геннадьевна барлыҡ яҙмыш һынауҙарын, ауырлыҡтарын үтә.
Мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия институтына уҡырға инә һәм 1952 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Уның бөтә хеҙмәт юлы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә уҙа – хаҡлы ялға сыҡҡансы 35 йыл дауамында балаларға белем бирә. Ғәмәлдә 5-8 кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, мәктәптә башҡа фәндәр буйынса уҡытыусылар етешмәгәнлектән география, ботаника, эшләгән осороноң һуңғы йылдарында хеҙмәт дәрестәрен дә алып бара. Төп дәрестәренән тыш, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге етәксеһе лә була. 1990 йылдар-ҙа заман көрсөккә килеп терәлеп, магазин кәштәләре бушап ҡала. Район ҡулланыусылар йәмғиәте мәктәпкә ситса туҡыма бүлә һәм уның уҡыусылары ябай балалар күлдәктәре, алъяпҡыстар, косынка тегә, ырғаҡ менән салфетка бәйләй, макраме үрә. Аҙаҡтан әҙер әйбер-ҙәрҙе баҙарҙа һаталар, ауыл халҡы уны ҙур теләк менән һатып ала.
Һәр йыл һайын көҙ көнө уҡыу-сылары менән “Серп и Молот” колхозында картуф, сөгөлдөр йыйыуҙа ҡатнаша. Йәй көнө балалар менән Ленинград, Волгоград, Ульяновск, Свердловск, Севастополь, Көнгөр ҡалалары буйлап экскурсияға сыға.
Намыҫлы хеҙмәте почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән күп тапҡыр билдәләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ, “Тыл хеҙмәтсәне” һәм “Һуғыш йылы балалары” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Галина Геннадьевна 1991 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Шулай ҙа ул әүҙем тормош алып бара. Швалевтар ғаиләһенең хужалығы ҙур: оҙаҡ йылдар бал ҡорто ҡарайҙар, етештергән балдары сифатлы була. Төрлө емеш-еләк үҫкән баҡсалары һәр ваҡыт тәртиптә.
Ул дәртле, позитив кеше. Тәбиғәт, урман, йылға буйҙарын ярата, көсө булғанда һәр йәй һайын урманға еләк, бәшмәк йыйырға йөрөнө. Галина Геннадьевна бөгөн дә ҡул эштәре менән мауыға: тегенә, сигеү эштәре менән була, бәйләй. Элек үҙе келәмдәр бәйләп, йортон биҙәй ине.
Тормош иптәше Геннадий Федорович менән 57 йылдан ашыу матур ғүмер иттеләр. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн уларҙың яратҡан һәм хөрмәт иткән алты ейән һәм ете бүләсәре бар.
Оло Ыҡтамаҡ лицейы
коллективы һәм профкомы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей