Ауылдашыбыз- ил ғорурлыгы

Майский Сәхип Нурлығаян улы Советтар Союзы Геройы

1901 йылдың 17 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Борай районы Бигәнәй ауылында крәҫтиән Нурлығаян ғаиләһендә улдары Сәхип тыуа. 1919 йылдан алып ул Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт кешеләренең бәхетен яҡлап көрәшә. Граждандар һуғышынан һуң Ҡазан пехота училищеһын тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан совет-фин һуғышында ҡатнаша. Уны капитан һәм 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы Сәхип Майский 13-сө армия 150-се уҡсылар дивизияһы 674-се уҡсылар полкының батальон командиры булып ҡаршылай һәм Башҡортостандан беренселәрҙән булып Советтар Союзы Геройы исемен алып тамамлай.

Наградлау тураһында Указға 1940 йылдың 7 апрелендә ҡул ҡуйыла, ә Алтын Йондоҙҙо ул 1939 йылдың декабрендә яһаған батырлығы өсөн ала.

Награда ҡағыҙынан: “674-се уҡсылар полкының батальон командиры (13-сө армия 150-се уҡсылар дивизияһы) капитан Майский 1939 йылдың декабрендә аҡ финдарға ҡаршы һуғышта ҙур батырлыҡ күрһәтә. 1939 йылдың 8 декабренән 24-енә тиклем Коуккуниеми ауылын азат итеү өсөн алышта үҙ батальоны яугирҙарын һигеҙ тапҡыр атакаға күтәрә. Дошмандың туҡтауһыҙ ут яуҙырыуы аҫтында батальон мылтыҡ-пулеметтар менән дошманды траншеяларҙан бәреп сығара һәм 23 декабрҙә ауылды ала. Батальон һөжүм итеүен дауам итә. Капитан Майский ауыр яралана, ләкин батальон хәрби бурысын тулыһынса үтәгәнгә тиклем сафта ҡала”.

Тыуған иленә йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итеүен дауам итеп, Сәхип Майский 1941 йылдың июненән алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша. Механизацияланған бригада командиры урынбаҫары подполковник Майский һуғыштарҙың береһендә ауыр яралана һәм 1942 йылдың 24 ғинуарында госпиталдә йән бирә.

Сәхип Майский Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, миҙалдары менән наградланған. Мәңгелеккә хәрби часть исемлегенә индерелгән. Геройҙың тыуған ауылы Бигәнәй клубына таҡтаташ .,ауыл уртаһында геройга бюст куйылган.

Кадир Халиков

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей