Ауылдарҙың киләсәге – тырыш ғаиләләр

Ауылда төпләнеп, тырышып донъя көткән ғаиләләр, әлбиттә, һоҡланыу уята. Яңы Аҡташ ауылында йәшәүсе Флүрә апай менән Рафаэль ағай ҙа тырыш, уңған кешеләр. Һәр башлаған эште еренә еткереп атҡарып сығалар.

- Хаҡлы ялға сыҡҡас, күпләп умарта тотоу хыялы менән йәшәнек. Быны һиҙеп ҡалып, ғаилә дуҫтарыбыҙ Любовь Васильевна менән Вәсим Ҡасим улы Мөхәмәтйәновтар ике умарта бүләк итте. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шунан башлап 22 умартаға тиклем еткереп үрсеттек. Шулай, төрлө мәлдәр була бит инде. Бөгөнгө көндә 15 умарта ҡалды. Балы бик тәмле, мул уңыш бирәләр. Уларҙы йәйгеһен Новотроицк ауылы эргәһендә биләмәбеҙгә алып сығабыҙ. Умарта менән Рафаэль ағайығыҙ булыша. Әйткәндәй, хаҡлы ялда булһа ла уны кире эшкә саҡырттылар. Шуға күрә ул эштә булғанда умарталарҙы үҙем ҡарайым. Бынан тыш, өйҙә гөлдәр, баҡсала сәскәләр үҫтерергә яратам. Бигерәк тә раузалар, төрлө сортлы пиондар үҫтереү менән мауығам. Помидор, борос, кәбеҫтәләрҙе иртә яҙҙан рассада итеп ултыртам. Һуңынан баҡсалағы ике теплицаға сығарам. Орлоҡтарын үҙем әҙерләйем. Хәлдән килгәнсә эре мал да тотабыҙ. Ваҡытында ике һыйыр ҙа аҫраным. Һөт, ҡаймаҡ, майҙың үҙебеҙҙән артҡанын һатҡыланыҡ. Әле бына инкубатор һатып алып себештәр сығарабыҙ. Былтыр һораған кешеләргә себештәр сығарып бирҙек. Ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен дә сығарабыҙ. Мулардтар һәм СТ-53 тоҡомло өйрәк-бройлерҙар үҫтерҙек. Уларҙың иттәре тәмле була, әле бына инкубаторға 40 дана йомортҡаларын һалдым, - тип донъя мәшәҡәттәре менән бүлеште Флүрә Рәис ҡыҙы Маҡаева.
Флүрә Рәис ҡыҙы ошо ауылда тыуып үҫеп, 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамлағас Өфө нефть техник университетына уҡырға инә. Артабан Мәскәү өлкәһе Лухавицкий һөт етештереү училищеһын тамамлап, химик-бактериологик анализ лаборанты һөнәрен үҙләштереп сыҡҡандан һуң Прибельский һөт-консерва заводында эш башлай. Унда май цехында лаборант була. Оҫта мастерҙар Тамара Щалькова етәкселегендә хеҙмәт һала. Остаздарын бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә ала ул. Һуңынан Флүрә Рәис ҡыҙын Атйетәр һөт пунктына эшкә ебәрәләр. Шул арала ситтән тороп Мәләүез һөт етештереү техникумын бөтөрә. Лаборант-биохимик һөнәрен үҙләштереп сыға. Ҡырмыҫҡалыға ҡайтҡас, Ҡарлыман спирт заводына эшкә урынлаша. 2004 йылға тиклем технолог булып хеҙмәт итә. Артабан завод “Эван” йәмғиәте тип үҙгәртелгәс, хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт һаҡлау буйынса белгес һәм эколог булып эшләй. Пенсияға сыҡҡас та тағы алты йыл хеҙмәт һала.
Атйетәр ауылында эшләгән ваҡытта Рәүис Маҡаевты осратып, матур, татыу ғаилә ҡоралар. Улар өс балаға – улдары Марат, Айрат һәм ҡыҙҙары Айгөлгә бәхетле ғүмер, матур тәрбиә, төплө белем биреп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәүис Мөҙәрис улы егерме алты йыл элек вафат булып ҡала. Флүрә апай 36 ғына йәштә өс бала менән яңғыҙ ҡала. Бынан тыш, Флүрә апайға бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә. Үкенескә, улдары Марат йәш кенә көйөнсә фажиғәле вафат була. Улдары Айрат Өфө ҡалаһында йәшәй. Ырымбур дәүләт университетын бөтөрөп, Өфө ликер заводында технолог булып эшләп ала. Бөгөнгө көндә үҙ эше менән мәшғүл. Ҡыҙҙары Айгөл Ҡазан химик-технологик университетын тамамлай. Әлеге көндә улы Филат менән декрет ялында ултыра.
Тормош дауам итә, тигәндәй, Флүрә Рәис ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылы кешеһе Рафаэль Ғәйфуллин менән яҙмышын бәйләй. Бына егерме йылдан ашыу инде тыныс тормошта һәүетемсә ғүмер кисерәләр. Рафаэль Миңнулла улы “Газсервис” йәмғиәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уның Илнур менән Илшат исемле малайҙары Флүрә апай өсөн иғтибарлы, хөрмәтле, итәғәтле булып үҫәләр. Балалар ғаиләлә берҙәм, татыу, дуҫ-иш булып, үҙ ара яҡшы мөнәсәбәттә булалар. Илнур үҙ шөғөлө менән булыша. Илшат “Газсервис” йәмғиәтендә хеҙмәт итә.
- Икеһе лә бик уңған, тырыш, эшһөйәр малайҙар булып үҫәләр. Бөгөнгө көндә Ҡырмыҫҡалы ауылында үҙаллы тормоштары менән йәшәйҙәр. Әйткәндәй, икеһе лә өйләнмәгән әле. Егеттәрҙең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Илнур матур, күркәм йорт һалып сыҡты. Илшат - оҫта баҡсасы. Баҡсаһында еләген дә, йәшелсә-емешен үҫтереп, хатта ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар эшләп, ҡайнатмалар ҡайнатып ҡуя. Балаларыбыҙҙың барыһы ла ярҙамсылдар, хәстәрлеклеләр, эшкә бик әрһеҙҙәр, аш-һыуға ла оҫталар. Айрат улыбыҙға машина “ене” ҡағылған, тиерһең. Йөк ташыу буйынса үҙ эшен асып, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Бөтә район, республика, хатта сит өлкәләр буйлап йөк ташый, - тип һоҡланып, маҡтап телгә алды Флүрә апай балалары тураһында.
Ысынлап та, малайҙар ысын ир булып үҫһен өсөн уларҙың тәбиғәтенә ярашлы тәрбиә биреү ҙә мотлаҡ. Флүрә апай менән Рафаэль ағайҙың өлөшө ҙур, бының өсөн улар барлыҡ көстәрен һалған. Бөгөн улар бөтә балаларына рәхмәтле булып, уңыштарына ҡыуанып ултыралар.
Көндәлек тормош мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, был ғаиләлә яратыу һәм татыулыҡҡа нигеҙләнгән бәхет һәм йән тыныслығы хөкөм һөрә. Туған йәнле ғаиләнең ырыҫы артһын, уртаҡ маҡсат-хыялдары тормошҡа ашһын, һәр яңы көндән йәм һәм тәм табып йәшәргә яҙһын тип теләргә ҡала.
Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей