АУЫЛДАРҘЫ БИҘӘЙ ҒАИЛӘЛӘР

Ҡасандыр тормош гөрләп торған Мөрсәк ауылында бөгөнгө көндә тиҫтәгә яҡын йортта ғына төтөн сыға. Йорттар етемһерәп ҡалған, күп нигеҙҙәр ҡороған.

Ошондай бөтөп барған ауылдарҙа тыуған нигеҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, сабыр ғына ғүмер итеүсе әбей-бабайҙар үҙҙәре бер тормош өлгөһө кеүек. Фәрзәнә һәм Тәлғәт Байымовтар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫеп, тыуған еренә фиҙакәр хеҙмәт иткән кешеләр.

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Яҙмыш Тәлғәт Хөббөтдин улын бала саҡтан уҡ һынай. Бөйөк Ватан һуғышында атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡара ҡағыҙы килгәндә уға йәш ярым ғына була. Әсәһе дүрт бала менән тол ҡалып, уларҙы үҫтереүгә бар көсөн һала. Кескәй Тәлғәткә ағай-апайҙарына ҡушылып, йәшәү өсөн көрәшергә тура килә. Ул бәләкәй генә сағынан йәйен ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ, кесерткән, еләк йыйырға йөрөгәндәрен, ҡышын малға ашатырға һалам урлап ташыуҙарын, сана һөйрәргә көсө етмәүҙәрен әле лә хәтерләй.

- Алтынсы класҡа тиклем Алайғыр ауылына йөрөп уҡыным. Артабан уҡырға мөмкинлек булманы. Мәктәптән ҡайтҡанда санаға утын, бесән, һалам тейәп ҡайтып, әсәйгә ярҙам итә инем. Былай йөрөгәнсе, эшкә сығайым тип уйланым, - ти ул.

Шулай үҫмер сағынан аттар ҡарай башлай, йәйен комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Ун һигеҙ йәшендә хәрби хеҙмәткә алына. Уға Семипалатинскиҙағы ядер һынауҙары үткәрелгән полигонда хеҙмәт итергә тура килә. Полигонда химик шартлатҡыс матдәләр ҡулланып шартлауҙар үткәрәләр. Тәлғәт Хөббөтдин улы ла алты ай дауамында БТР-ҙа 150 километр алыҫлыҡта ракета ҡоролмаларын тикшереп йөрөй. Һуңынан кранда “йәшерен” йөктәр ҙә тейәй. Өс йыл да өс ай хеҙмәт итеп ҡайта ул был хәүефле полигонда.

- Зарарланыу проценты 35 проценттан артҡан, тиҙәр ул ерҙә. Беҙ, йәш егеттәр, был хаҡта белмәнек тә. Күптәр һуңынан булһа ла, льготалар юллап алған. Мин бер нимә лә юллай алманым, - ти уҙаман.

Хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән ул тағы ла тыуған колхозында ең һыҙғанып эшкә тотона. Беларусь, ДТ-75, Т-40, МТЗ-80 “ҡорос аттарын” йүгәнләп, ниндәй генә эштәр башҡармай ул. Сәсеү, бесән әҙерләү, урып-йыйыу, техник төҙәтеү эштәренең уртаһында ҡайнай. “Ерҙе йомшаҡ һөрөү” ярышында, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы 15 йыл урындағы ферманы етәкләү дәүерендә һауым буйынса икенсе урындарҙан ҡалмай. Илле йыл эш стажына эйә булған уҙаман “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” кеүек күп һанлы миҙалдар һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән һәм “Хеҙмәт уҙаманы” билдәһенә лә лайыҡ булған.

Сабырлыҡтың төбө - һары алтын

Фәрзәнә Булат ҡыҙына ла тормош һурпаһын иртә йәштән татырға тура килә.

- Бала сағыбыҙ булманы, тиһәң дә була. 4-се класта уҡығанда әсәйем ауырып китте. Бригадир эшкә саҡырып килһә, уның урынына үҙем бара торғайным. Бармаһаң, әрләйҙәр ине, буйым етмәһә лә, елгәргестән ашлыҡ алыша торғайным. Ҡышын санаға тейәп туң тиреҫте яланға ташыныҡ, - тип хәтирәләргә бирелә уҙаман.

Шунлыҡтан Ҡарлыман мәктәбенә йөрөп уҡыуын да ташларға тура килә. Әле нығынып та бөтмәгән йәш ҡыҙ бик иртә колхоз эшенә егелә. Өҫкә кейем алып кейер өсөн сөгөлдөр утау, бесән, ураҡ эштәренең береһенән дә ситтә ҡалмай.

– Кейергә кейем, ашарға ризыҡ булманы. Йәй буйына сөгөлдөр эшләп кейем ала торғайныҡ, - ти ул.

Ун алты йәшендә генә кейәүгә сығып, тормош мәшәҡәттәренә сума. Йорт эштәрендә лә өлгөрә, колхозда ла “йөҙөп” эшләй. Гектар-гектар сөгөлдөр утай, фермала алдынғы һауынсыларҙың береһе була. Уның исеме 2-3 йыл рәттән Маҡтау таҡтаһында тора. Фәрзәнә апай әле лә “Алдынғы һауынсы”, “” таҫмаларын, Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт Хаттарын, гәзиттәрҙә үҙе хаҡында маҡтап яҙылған мәҡәләләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.

- Хеҙмәт стажым ҡырҡ йылға тулды. Ул йылдарҙа эшләгәндәрҙе иҫкә алһаң да, тәндәр өшөп китә. Барыһын да ҡул көсө менән башҡарҙыҡ, ауыр әйберҙәр күтәреп эшләнек, нисек түҙгәнбеҙҙер. Тәлғәт төндә трактор ҡабыҙырға сыҡҡанда, эргәһендә фонарь тотоп баҫып тора инем. Хатта балаларымдың туйында ла фермаға барып һыйыр һауып йөрөргә тура килде, - ти Фәрзәнә Булат ҡыҙы.

Һынауҙарҙы бергә үтәләр

Быйыл апрель айында Фәрзәнә һәм Тәлғәт Байымовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 56 йыл тулған. Был ғүмер эсендә улар тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған. Ләкин улар иңгә-иңде терәп, һынауҙарҙы бергә еңеп сыға алған. Фәрзәнә апай утыҙ йыл ҡәйнәһе  инәй менән бергә ғүмер итә. Балалар үҫтергәндә ҡәйнәһе лә донъяға күҙ-ҡолаҡ булып торған. Уңған, тырыш ғаилә мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫрай, баҡса үҫтерә, иркен йорт һалып инә.

Биш балаға ғүмер биреп, барыһын да уҡытып, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығара улар. Үкенескә ҡаршы, тормош һәр ваҡыт шыма ғына бармай – уйламағанда йөрәк өҙгөс ауыр һынауҙарын да алға ҡуя. Имәндәй улдарын ҡара ер ҡуйынына оҙатыу атай менән әсәйҙең йөрәгенә төҙәлмәҫлек тәрән яралар һала. Шуныһы яҡшы, ҡалған балалары яҡын-тирәлә тормош көтәләр, ярҙам итешеп торалар. Улар ҙа балаларының рухи терәге, кәңәшсеһе булып, тормоштарына ҡот өҫтәп йәшәй. Ҡыҙҙары Фәүзиә тыуған ауылында,  Фәриҙә - Ҡырмыҫҡалыла, Айгөл – Алайғырҙа, Ләйсәндәре Иҫке Бәпестә үҙ донъяларын көтәләр, балалар үҫтерәләр. Һигеҙ ейән-ейәнсәргә, 5 бүләсәргә бәхетле һәм хәстәрлекле олатай менән өләсәй ҙә улар.

Ауыл яҙмышы борсой

Фәрзәнә һәм Тәлғәт Байымовтарҙы ла ауылдарының яҙмышы хафаландырмай ҡалмай. Ауылда ни хәҙер яңғыҙ әбей-бабайҙар ҡалды, бер нисә буйҙаҡ ир-егет бар. Кистәрен урамға сыҡһаң, эргә-тирәләге йорттарҙа ут булмағас эш боша. Шулай итеп, ауылыбыҙ бөтөп ҡуйырмы икән инде, ти улар көрһөнөп.

- Ҡышын ауылға юл булмағанлыҡтан, хатта “Тиҙ ярҙам” машинаһы ла килеп етә алмай. Шунлыҡтан былтыр ҡыш балаларға ла барып йәшәнек. “Йәйен нисек тә йәйләрбеҙ, ҡышын нисек ҡышларбыҙ” тип йырлаған йырҙағыса инде, - ти Фәрзәнә апай.

Эсәр һыуҙы ла ташып эсәләр икән. Ауылға тәбиғи газ да килеп етмәгәнлектән, утынға ла байтаҡ сығым китә. Ҡайһылай булһа ла, тыуған ауылын ҡалдырып китеүҙе улар күҙ алдарына ла килтермәй. Афарин, балалары тыуған нигеҙҙең уттарын балҡытып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей