Ауыл хужалығы фәнен үҙләштерә
Ауыл хужалығы фәнен үҙләштерә
Ауыл хужалығы ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе булһа ла, йыл һайын бихисап студенттар юғары уҡыу йорттарын тамамлап, был йүнәлеш буйынса эш башлай.
Әлкә ауылынан Иҙел Дәүләтшиндың да был өлкәлә аҙымдары ышаныслы. Ул быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсын тамамланы. Тырыш, маҡсатлы егет тәүҙә Әлкә урта мәктәбендә белем ала, һуңынан университетҡа агрономға уҡырға керә. Был юҡҡа ғына түгел. Атаһы Дим Һиҙиәт улы, фермер булараҡ, Иҙелгә бәләкәйҙән ауыл хужалығы серҙәрен аса. Иген сәсеү, ер эшкәртеү, мал ҡарау, мал аҙығы әҙерләү һәм башҡа эштәрҙә Иҙел төп ярҙамсы була. Шуғалыр ҙа университетта уҡыу уға еңел бирелә, тырыш егет имтихандарын тик “5”-ле билдәләренә генә тапшыра. Бынан тыш, ул төрлө конкурстарҙа ла үҙен һынап өлгөрә. Мәҫәлән, яңыраҡ Иҙел Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы конкурсында ҡатнашып, грантҡа лайыҡ булды.
Университетты тамамлағас, йәш яҡташыбыҙ ауылға ҡайтып, атаһының эшен дауам итергә ниәтләй. Ауыл хужалығына эшкә ҡайтҡан белгестәргә бөгөн дәүләт тә ярҙам итә. Яңыраҡ республика Хөкүмәте ултырышында йәш белгестәрҙе агросәнәғәт өлкәһенә йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамын 300 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырырға ҡарар ителде. Вице-премьер Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аҡса алған йәштәргә агросәнәғәт комплексында кәмендә биш йыл эшләргә тура киләсәк. 2009 йылдан ошондай дәүләт ярҙамын 1220 кеше алған.