Атты менгегә өйрәтеүселәр сыға бәйгегә

19 февралдә Сибай янындағы Дуҫлыҡ ҡасабаһында «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды «Тай-Тулаҡ» тип аталған конкурс уҙғара.Башҡортостанда атты менгегә өйрәтеүселәр конкурсы Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған.

-Француздар «төньяҡ амурҙары» тип йөрөткән башҡорт атлылары Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүгә ҙур өлөш индергән. Беҙҙең конкурс башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын данлау ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең сыҙамлылығы һәм талымһыҙлығы менән дан тотҡан башҡорт тоҡомло аттарға ла ихтирам күрһәтеү, - ти конкурсты ойоштороусы Алмас Шөғүров.

Санитар нормалар буйынса, конкурста тик ун ғына команда ҡатнаша аа.

Конкурс шарттарына ярашлы,  һәр командала өсәр кеше булырға тейеш (2 ярҙамсы һәм  атҡа һыбай менеүсе). Уларға өйрәтелмәгән тайҙы арҡан менән тотоп алырға, эйәрләргә һәм һыбай менергә кәрәк.

 

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей