“Атҡаҙанған төҙөүсе” исеме бирелде

“Атҡаҙанған төҙөүсе” исеме бирелде

 

Башҡортостан Башлығы Указы менән "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим карьеры мастеры Рәйсә Ғилман ҡыҙы НУРИеВА "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Юғары дәүләт наградаһын уға "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар ЮЛАНОВ яңы йыл алдынан Өфөлә тантаналы шарттарҙа тапшырҙы. Беҙ Рәйсә Ғилман ҡыҙы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул сығышы менән Күгәрсен районының Солтанғол ауылынан икән. Мәләүез ит-һөт етештереү сәнәғәте техникумын 1985 йылда тамамлап, йүнәлтмә буйынса Салауат районына Мөрсәлим ит комбинатына эшкә килгән. – Унда мастер булып хеҙмәт юлымды башланым. Артабан комбинат директорының ит продукттарын һатыу буйынса урынбаҫары булдым. Мөрсәлим төҙөлөш материалдары комбинатында ла эшләргә тура килде: ашхана мөдире, директор урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым. КСМ бөткәс, “Башстром” компанияһының Мөрсәлимдә яңы ойошторолған “Минерал” филиалы етәксеһе урынбаҫары булып эшләнем. Ә 2005 йылдан “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим карьерында тейәү-бушатыу эштәре мастерымын, – тип таныштырҙы Рәйсә Нуриева. Шунан бирле ошо сәнәғәт предприятиеһында фиҙаҡәр хеҙмәт итә. заводта етештерелгән төрлө фракциялағы ваҡ ташты тейәп ебәреү, бушатыу эштәрен ойоштороуға яуаплы ул. – Хеҙмәтемде шулай баһалап, юғары исем биргәндәре өсөн республика, район етәкселегенә, Мөрсәлим карьеры базаһы начальнигы зөфәр зәғәфүрән улы зариповҡа, үҙебеҙҙең коллективҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм, – ти Рәйсә Ғилман ҡыҙы. Ул республика Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының Почет грамотаһы, БР Юл хужалығы идаралығының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән. Мөрсәлим ауыл советы депутаты итеп тә һайланған. Ғаиләһенә килгәндә, ире Салауат Миңнул улы (хәҙер мәрхүм инде) менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙы Анжелика Малаяҙҙа йәшәй, БДПУ-ның филология факультетын тамамлаған, Ахун мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Улы Айҙар Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый, Себерҙә, Ямалда быраулау мастеры булып эшләп йөрөй. Рәйсә Ғилман ҡыҙы Нуриеваны “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеме алыуы менән ҡотлайбыҙ! Наградағыҙҙың мәнфәғәтен күреп, артабан да фиҙаҡәр хеҙмәт итергә яҙһын!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей