“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән”
Башҡорттарҙа шундай мәҡәл бар: “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән”. Был әйтем ғаиләлә һәр кемдең үҙ роле булыуы тураһында һөйләй. Атай – ул ғаилә башлығы, бәләкәй генә йәмғиәттең үҙ ҡанундарын булдырыусы. Уның өлгөһөндә балалар ғаиләне яратырға, яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә һәм шуның һөҙөмтәһендә, Тыуған илен яҡларға һәм һаҡларға өйрәнә. Атайлыҡ ҡаһарманлығы, атайлыҡ даны, моғайын, шунда сағылаҙыр.
Һүҙемде алыҫтаныраҡ башлайым әле. Шәжәрә буйынса Ғосман- уның улы Баҡый (1743 йылда тыуған ,Яңы Ҡангилде ауылын төҙөүсе-хәҙерге Бигәнәй ) - уның улы Мөхәмәтғали (1816 йылда ауыл старостаһы итеп һайланған) -уның улы Мөхәмәтсадиҡ- уның улы Мөхәмәтғәлим- уның улы Бигәнәйҙә ғүмер кисергән Ғарифйән Ғәлимов.
Ғарифйән Ғәлимов өс һуғышты үткән -Граждандар , Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуң Япон һуғышында ҡатнашҡан .Утты-һыуҙы кисеп Тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан ветеран- яугир. Ғарифйән бабайҙың нәҫел тамырында дин буйынса ла уҡымышлы кешеләр булыуы билдәле.Тормош иптәше Ғәрифә әбей менән 4 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.”Атыбыҙҙы, ике баш һыйырыбыҙҙы биреп колхозға керҙек “, -тип иҫкә ала ине Ғәрифә әбей. Һуғыштан ҡайтҡанда Ғарифйәнемде Борайҙан ҡыңғыраулы аттар менән барып алдыҡ,- тип һөйләгәне хәтеремдә ҡалған.Ғүмерҙәре оҙон булды уларҙың- Ғарифйән бабай 100 йәшкә етеп килгәндә , ә Ғарифә әбей 103 йәшен тултырып баҡыйлыҡҡа күстеләр.
Улдары Зөфәр ағай Ғәлимов Бигәнәй ауылында Әһәлиә (Атаһы Шәрәфғали һугышта һәләк була) апай менән 6 бала үҫтерҙеләр, ауыл хужалығында эшләмәгән эштәре ҡалмағандыр уларҙың,һанай китһәң, күп яҙырға тура килер ине.Алты баланы тәрбиәләп үҫтереү ҙә еңел булмағандыр. Улар пар аҡҡоштар һымак ,60 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Оҙакламай икеһенә лә 85 йәш тула.Балалары бөгөн үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр.5 ҡыҙ араһынан бер бөртөк улдары - Мазһар Ғәлимов ,тормош иптәше Раушанияны Ауырғазынан һайланы, ауылда төпләнделәр улар..Үткән ғүмер аҡҡан һыу кеүек.30 йылга яҡын ваҡыт уҙып та киткән икән. Ике ҡыҙ үҫтереп,уларға белем бирҙеләр.Юғары уҡыу йортон тамамлап, тормошҡа сыҡтылар.Мазһар – һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе. Ул тимерҙе буйһондороусы, тимерҙән сәскә ҡойоусы тиһәм дә яңлышмамдыр.Ихатала ,үҙе эшләгән тимерҙән яһалған әйберҙәр барыһы ла уның тырыш хеҙмәт емеше . Раушания булдыҡлы хужабикә - оҫта тегеүсе, семәрләп сигеү сигә,кейем-һалым,баш кейемдәре бәйләй. Ихатаны йәйҙәрен сәскәгә күмә.Ауылда бик матур йорт һалып сыҡтылар.Өйҙә зәңгәр яғыулыҡ яна, крандан һыу ағып тора. Кәртә тултырып мал, ҡош-корт аҫырайҙар, баҡса сәсәләр, ҡорт тоталар. Үҙҙәре бик тырыштар. Бөтә нәмә лә бар,Ғаилә тормошо гөрләп тора.Ейәнсәрҙәрен һөйәләр.Балалары атай –әсәй тип өҙөлөп ,ҡайтып тора,Шунан да оло бәхет бармы икән был доньяла. Көслө рухлы, егәрле, сабыр, тырыш атай-әсәй тәрбиәһен алған Ғәлимовтарға, артабан да шулай матур итеп йәшәргә яҙһын!