Аштары тәмле, хаҡтары күңелгә ятышлы

Район үҙәгендә яңы ашхана асылды Уҙған йылдың декабрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендәге ашханала яңы алтаҡта барлыҡҡа килеүе күптәрҙең күҙенә ташланды. Был дөйөм туҡланыу предприятиеһының йәнә асылыуы тураһында һөйләй.

Ашхананың яңынан эш башлауы – район үҙәге халҡы өсөн генә түгел, бөтә район өсөн дә яҡшы яңылыҡ. Сөнки башҡа ауылдар халҡы эш буйынса йәки аҙыҡ-түлек, әйбер һатып алыу өсөн, йә булмаһа дауаханаға Оло Ыҡтамаҡ ауылына килә һәм, эштәре оҙағыраҡҡа һуҙылып китһә, тамаҡ ялғап алырға ашханаға юллана.
Беҙ ҙә яңы асылған “Поешь-Ка!” ашханаһын ҡарап сығырға булдыҡ. Коридорҙа уҡ үҙгәрештәр һиҙелә: ремонт яһалған, өҫтәл, ултырғыс һәм ишектәр яңыртылған, бина яңы төҫтәр менән балҡый. Бында иркен, уңайлы.
Аш-һыуҙы һайлап алыу кәштәһендә беренсе һәм икенсе аш-һыу – төрлө аш, гуляш, котлет, ҡош итенән ашамлыҡтарҙың (ҡыҙҙырылған ит, котлет, тапалған ит котлеты һәм башҡалар) тәмле еҫтәре ымһындыра. Йәнә лә йылы ҡамыр ризыҡтары – өсмөйөш, кәбеҫтә һәм картуф ҡушылған бөйөрөк, рогалик, эремсекле асыҡ күмәс, чебуректар теҙелгән; төрлө эсемлектәр ҙә урынлаштырылған. Хаҡтар ҙа ҡулай: аҙ ғына суммаға тәмле һәм туҡлыҡлы ашарға мөмкин.
Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: ашхананың элекке әҙәпле һәм тәжрибәле персоналы ҡалған. Элеккесә кеүек үк улар продукция сифатына ҙур иғтибар бирә.
– Был хеҙмәткәрҙәрҙе күптән беләм, – тип һөйләй йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә 21 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә булған профессиональ инженер-технолог, эшҡыуар Эльзара Хәйретдинова (фотола – үҙәктә).
– Миңә уларҙың ярҙамсыл һәм оҫта булыуҙары оҡшай. Коллектив яҡшы эшләй. Уларҙың тырышлығы менән барыһын да булдырабыҙ. Бөтә аш-һыу һәм бешереү шунда уҡ, цехта башҡарыла. Шуға күрә халыҡ аҙыҡ-түлектең яңы һәм сифатлы булыуына ышана ала. Ашхана тәҡдим иткән ризыҡтан тыш, ғәҙәти сүпрә ҡамырынан ҡабарып торған төрлө күмәс һәм асыҡ бәлеш, кәбеҫтә менән оҙонса бәлеш, көмрө балыҡ менән (горбуша) бәлештәргә заказ бирергә мөмкин. Илтеп биреү хеҙмәте эшләй. Шулай уҡ залда тантана һәм иҫкә алыу сараларын (бер кешегә 300 һумдан алып) уҙғарырға мөмкин. 10 урынлыҡ ВИП-зал да бар.
Эшҡыуар залды биҙәү эштәрен дауам итергә, фасадты бер төрлө стилдә эшләп, яңыртырға, шулай уҡ киши кеүек изделиелар – сыр, ит, диңгеҙ продукттары йәиһә ҡайнатылған кремлы йәшелсәләр ҡушылған асыҡ бәлеш һәм тарт – татлы булмаған ҡамырҙан французса бәлеш ассортиментын киңәйтергә ниәтләй. Ашхана ихтыяжы өсөн дә, ваҡлап һатыу өсөн дә ит ярымфабрикаттары (билмән, манты, хинкали, котлет һәм башҡа) етештереү буйынса цех асыу планлаштырыла. Шулай итеп, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
Беҙ барғанда төшкө аш мәле етмәгәйне әле, әммә ашхана залында ҡунаҡтар бар ине инде. Был һис тә ғәжәп түгел: уңайлы бинала күңелгә ятышлы яҡшы хаҡҡа тәмле төшкө ашҡа һәр ваҡыт һорау буласаҡ.

Лариса Михалькова

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей